+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Сентябрь 2020, 19:42

Бөрйән районында коронавирус арҡаһында мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелде

Алдағы ике аҙнала муниципалитетта күләмле саралар бөтөнләй тыйыла, Иҫке Собханғол ауылы баҙары ябыла, уҡыусылар өйҙән уҡыуға күсерелә.

Башҡортостандың Бөрйән районында 23 сентябрҙән яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелә, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
Алдағы ике аҙнала муниципалитетта күләмле саралар бөтөнләй тыйыла, Иҫке Собханғол ауылы баҙары ябыла, уҡыусылар өйҙән уҡыуға күсерелә. Балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асыла, унда эшләп йөрөгән граждандарҙың ғына балалары ҡабул ителә, тип белдерҙе район башлығы. Граждандарҙы ҡабул итеү электрон форматта ойошторола.
Ғәзиз Манапов халыҡтан COVID-19 ныҡ таралған райондарға бармауҙарын һораны һәм сикләү сараларын индереүҙе COVID-19 йоҡтороусылар һанының артыуы менән аңлатты.
Үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, районда 14 кешелә коронавирус диагнозы раҫланған, 43-өнә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған. Әлеге ваҡытта Бөрйәндә киҫкен респиратор инфекциялары менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 22 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып Бөрйән районында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың ике генә осрағы теркәлгән.
Читайте нас: