Дауаханаға – 108 пациент, 11 (бөтәһе 8234) кеше һауыҡҡан.
Республика дауаханаларында ятҡан алты кешенең хәле ауыр, бер сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж, ә 714 кеше өйҙә дауалана. Коронавирустан үлем осраҡтары элекке кимәлдә – 42.
Икенсе аҙна рәттән Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 186 осраҡ (бер көн элек 178) теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 92 кеше сирҙе еңгән. Пневмония менән дауаханаға оҙатылғандар һәм уларҙың хәле тураһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итмәй.
Бынан алда Өфөлә 5-се, БДМУ ҡарамағындағы клиниканы (6-сы) һәм 8-се стационарҙы йәнә ковид-госпиталь итеп үҙгәртеүҙәре билдәле булды. Ковид һәм пневмония менән ауырыусыларҙы 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһында, Дим районының Ҡала клиник дауаханаһында, шулай уҡ Өфө районының Зубов ауылындағы яңы инфекция үҙәгендә дауалайҙар.