-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Октябрь 2020, 20:23

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Зөһрә Ҡотлогилдина, Нур Ҡәҙербаев, Эмилия Завричко - 2020 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары.

Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына түбәндәге авторҙар лайыҡ булды:
«Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһе Эмилия Завричко, ошо гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн;
«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев, «Йәшлек» гәзитендә донъя күргән спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн;
Журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина, «Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн.
Бүләкләү тантанаһы иртәгә, 8 октябрҙә, Республика йортонда була.
Читайте нас в