Республика Башлығы Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Был хаҡта ул шишәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Ойошма-предприятие етәкселәренә мөмкин булғанса кешеләрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итәм. Әлегә ниндәйҙер процент ҡуймайым, әйҙәгеҙ, тәҡдим рәүешендә норма ла ҡабул итәйек. Аҙаҡ ҡарарбыҙ», — тине ул.
Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ эшен көсәйтергә кәңәш бирҙе.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Тәүлек эсендә — 58 кеше.
Быйыл яҙҙан алып республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 402 осрағы теркәлгән.