Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Октябрь 2020, 20:58

«Беренсе Республика» фильмы төрки донъяһы фестиваленең конкурс программаһына инде

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә.

2020 йылда Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Истанбулда (Төркиә) уҙғарыла. Ул Төркиәнең сәйәси һәм хәрби эшмәкәре Билге Тоньюкук иҫтәләгенә ойошторолған. Фестивалдең лозунгы — билдәле төрөк йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Исмаил Гаспралыҙың саҡырыуы: «Телдә, эштә һәм фекерҙә берләшегеҙ».
Кинофестивалдә конкурстар, махсус секциялар, панно һәм күргәҙмәләр аша жюри ағзаларына һәм тамашасыларға төрки телле дәүләттәрҙең республикаларҙың — Саха Республикаһы, Ҡаҙағстан, Молдова, Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан, Ираҡ һәм Төрмәнстан фильмдары күрһәтелә.
Читайте нас в