Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә ашығыс ярҙам УАЗиғы менән 65 йәшлек ир идара иткән. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы “зебра” аша велосипедта сығып барған 10 йәшлек баланы төкәткән. Төрлө йәрәхәттәр алған баланы дауаханаға оҙатҡандар.