Конкурста һәр ҡатнашыусы үҙҙәренең һөйләү үҫешен, тапҡырлыҡтарын, үткер булыуҙарын күрһәтте. Әйткәндәй, иң популяр матурлыҡ конкурсының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу, ижади бәйге һәм дефиле.
Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар, жюри ағзалары ла саҡырылды. Башҡортостандан саҡырылған билдәле артист Хөрмәтулла Үтәшев кисәгә йәм һәм дәрт кенә түгел, ә дуҫлыҡ, туғанлыҡ күперен нығытыуға, төбәктә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә бәҫ өҫтәне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һылыуҡай-2020» гүзәллек бәйгеһе туған телде, милли йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Ә II этап — финалға һайлап алыу туры Өфө ҡалаһында 7 ноябрь көнө уҙасаҡ. Титулға һәм тажға эйә булыусы исеме 3 декабрь билдәләнәсәк. Еңеүсегә төп бүләк — автомобиль.
Конкурс йомғаҡтары буйынса тажды эйәһе һәм унынсы «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының 10 финалисткаһы итеп Нижневартовск ҡалаһынан Алтынгөл Бикташева билдәләнде. Ул 3 декабрь Өфө ҡалаһында үтәсәк финалда ошо төбәк исемен яҡлаясаҡ. I урында Гөлнара Ҡаҙарбаева, II урынды Гөлназ Үтәрбаева һәм III урынды Таңсулпан Айдашева яуланы.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix телеканалы, Ханты-Манси автономиялы округының башҡорттар ҡоролтайы, Сорғот башҡорт автомияһы берекмәһе.