-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Ноябрь 2020, 19:55

Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы интернет-викторина тамам

Был сарала 6-11 синыф уҡыусылары ҡатнашты. Сертификатты шунда уҡ алып булды.

Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов — күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Уны «Ҡыҙыл паша» тип йөрөткәндәр.
Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элгәрәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән.
«Ҡыҙыл паша»ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара итеүсе династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм улар тик 1990-сы йылдар башында ғына тергеҙелә.
Читайте нас: