Ҡайнар төшкө аш өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары үҙ аҡсаһын түләгән. Әлеге акция – төшкө ашта экономиялау мөмкинлеге түгел, ә пандемияға бәйле ысынлап та ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн адреслы ярҙам.
Мәҫәлән, бер ханым үҙҙәре ашарға әҙерләй алмаған оло йәштәге ата-әсәһенә төшкө аш илтеп биреүҙе һораған. Аҙыҡты һәр ваҡыт ул үҙе килтергән, хәҙер иһә ауырып киткән, инфекцияны ауыр кисерә, шуға күрә ваҡытлыса ата-әсәһенә ярҙам итә алмай.
Бер ғаилә ошондай ярҙамды өс тапҡыр алырға мөмкин.
«Әлбиттә, хәҙер мохтаждарҙың күп икәнен аңлайбыҙ. Шуға был башланғыста яңғыҙ ҡалмаҫбыҙ тип ышанабыҙ. Муниципалитет депутаттарына акцияға ҡушылырға тәҡдим итәм. Был аныҡ изге эш. Халыҡ һеҙгә уның өсөн рәхмәт әйтер», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Акция башланып биш көн үтеүгә Өфөлә йәшәүселәргә 100-гә яҡын ҡайнар аш таратылған. Ярҙам алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәккә шылтыратырға кәрәк: 8-800-201-89-03.