Был мәктәптең урта синыф уҡыусылары менән осрашыуҙы "Аманат"тың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов үткәрҙе. Балалар "Аманат"тың тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында ҡыҙығып тыңланы. Журнал үткәргән конкурстар хаҡында мәғлүмәт уҡыусыларҙың күңелен үтә ныҡ яуланы.
Был осрашыуҙы үткәреүгә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәүҙәт ҡыҙы Рәсембәтоваға, райондың мәғариф бүлеге, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларына белдерәбеҙ.
Тулыраҡ материал һәм видеофильм оҙаҡламай сайтта сығасаҡ.