-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Декабрь 2020, 12:55

«Өс таған» фильмы Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә еңде

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды.

Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров инстаграмда хәбәр итте. Яҙмаға Өфө кинематографистарына ебәрелгән диплом да һалынған.
Фестиваль 2020 йылдың 22-30 ноябрендә Гуандун провинцияһы Гуанчжоу ҡалаһында уҙҙы.
Был «Өс таған» фильмының тәүге наградаһы түгел, картина байтаҡ кинофестивалдәрҙә юғары баһаланды. 2019 йылда Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан «Өс таған» фильмын премьера алдынан күрһәтеү ойошторолдо. Коронавирус пандемияһына бәйле киң премьера һәм республикала прокатҡа сығарыу кисектерелде.
Читайте нас в