+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Декабрь 2020, 17:51

«БИШЕК» бәйгеһе

«Тамыр» телеканалы Башҡорт теле йылына арнап «Әсә йөрәге» төбәк ойошмаһы менән берлектә «БИШЕК» бәйгеһе ойошторҙо.

Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙә, туған телебеҙҙе үҫтереүҙә был проекттың әһәмиәте ҙур тип баһаланды. Был проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.
Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡан оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән бишек менән төшкән фотоларын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендәге «БИШЕК» төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрҙе.
Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, тыуған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала рухына һеңдергән ата-әсәйҙәр, олатай – өләсәйҙәр бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителә. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алды. Кисә «Башҡортостан» концерт залында проектҡа йомғаҡ яһалды.
Конкурста еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләп үттеләр:
  1. Бала башҡарған бишек йыры
  2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры
  3. Бишек эшләү оҫтаһы
  4. Абруйлы ҡунаҡтар - Республика башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов,Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Әсә йөрәге» советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева еңеүселәрҙе тәбрикләне.
    Улар барыһы ла бәләкәс балаларҙа фекерләү ҡеүәһен, ижади хыялын үҫтереүҙә, милли рух тәрбиәләүҙә был сараның ҙур ролен баһаланылар. “Бишек” те киләһе йылда бөтә Рәсәй кимәленә сығарырға, башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә уҙғарырға тәҡдим иттеләр. Әсә башҡарыуындағы сәңгелдәк йыры бала күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры- беҙҙең халыҡта баланы йоҡлатыу ғына түгел, ә иң беренсе-тәрбиә сараһы. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле. Бишек йыры тынмаһын, сөнки беҙҙең халыҡтың күңелендә йыр-моң бер ваҡытта ла һүнмәй. “Бишек” проекты үҫеш алһын, бишектә бәүелеп үҫкән көслө рухлы киләсәгебеҙ үҫһен тип теләне был сарала ҡатнашыусылар.
    Сараны биҙәп кескәй генә балалары менән бергәләп сәхнә йондоҙҙарыбыҙ сығыш яһаны. Пандемияға бәйле сикләүҙәр сәбәпле «Бишек” бәйгеһенең финалы тамашасыларһыҙ ойошторолодо, проекттың йомғаҡлау сығарылышын БСТ телеканалында 30 декабрҙә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
    Читайте нас: