-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Декабрь 2020, 18:07

Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте

Быйыл беренсе тапҡыр беҙҙең Рауил Бикбаев исемендәге 102- се башҡорт гимназияһында төбәк-ара фәнни-ғәмәли «Бикбай уҡыуҙары» конференцияһы онлайн форматта уҙғарылды.

Был сара халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә һәм Башҡорт теле көнөнә арналды.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хаҡимиәтенең Мәғариф идаралығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар берекмәһе һәм Р.Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы ойошторған был мәртәбәле сараның маҡсаты булып, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм Р.Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу торһа ,төп бурыс булып иһә, балаларҙың ижади һәләттәрен, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү, фекерләй ,яҙа белгән, таланты булған уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күрә белеү һәм ярҙам итеү , Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың шиғырҙары,поэмалары менән киләсәктә ныҡлап танышыу,өйрәнеү ине.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Мәғәриф һәм фән министрлығының милли мәғәриф идаралығы етәксеһе Булат Илшат улы Зиннуров, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Башҡортостан республикаһы Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының милли мәғариф буйынса әйҙәүсе белгесе Алһыу Ғәлим ҡыҙы Йосопова , тормош иптәше Фәриҙә Якуп ҡыҙы , «Бикбай уҡыуҙары» нда ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм ижади уңыштар теләне.
Был конференцияға , 400- ҙән ашыу рус һәм башҡорт телдәрендә эш ҡабул ителде. Ике номинация : беренсеһе «Башҡорт балаһы мин ...» - Р.Бикбаевтың тормошо һәм ижады,эшмәкәрлеге тураһында эссе, икенсеһе «Шағир – милләттең йөрәге » тип атала,шағирҙың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер. Тимәк, тыуған ерем,туған телем ,халҡым тип янып йәшәгән шағирҙың тос фекерле, халыҡсан ижады бик күп уҡыусыларға , уҡытыусыларға яҡын һәм ҡәҙерле тип әйтергә мөмкин. Теманы асып биргән, йөрәккә үтеп ингән, шағирҙың ижадын ентекләп өйрәнгән , уй-фекерҙәрен башҡаларға еткерә алған иҫ киткес бай мәғлүмәт туплаған эштәргә лайыҡлы урындар бирелде.
Туған тел - ул беҙҙең әсә теле генә түгел , ә халҡыбыҙҙың теле .Теле бөткәндең бит көнө бөтә тип юҡҡа ғына яҙмағандыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Ул халҡыбыҙҙың боронғоһон, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртты.Беҙҙең бурысыбыҙ, шағирыбыҙҙың эштәрен дауам итеү. Гимназиябыҙ уның исеменә тап төшөрмөҫ, тормош юлын, ижадын ныҡлы өйрәнер, «Бикбай уҡыуҙары» дауам ителер тип ышанабыҙ.
Илзирә Ғарифуллина, Р.Т.Бикбаев исемендәге 102- се башҡорт гимназияһы китапханасыһы.
Читайте нас в