+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Ғинуар 2021, 15:31

«Өс таған» фильмының прокатҡа сығыу көнө билдәле булды

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән картинаны Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡасан ҡарарға мөмкин?

«Өс таған» фильмының прокатҡа сығыу көнө билдәле булды. 4 марттан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән картинаны Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләне, һәм мин ҙур ышаныс менән башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауышты һәм һүрәтте күргәнегеҙ юҡ тип әйтә алам! Ә музыкаһы ниндәй! Бәлки, iMAX залында ла күрһәтербеҙ», — тине режиссер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера алдынан «Өс таған» фильмы башҡорт классигының тыуыуына 100 йыл тулған йылда юбилей саралары барышында күрһәтелде.

Читайте нас: