+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Февраль 2021, 14:24

Март айынан күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эш башлаясаҡ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында 2021 йылда күрше региондарҙа Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы.

Ошо проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек сиктәрендә, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация эш сәфәре менән Силәбе өлкәһендә район һәм ҡала хакимиәттәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Эш сәфәренең төп маҡсаты күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы шарттар тыуҙырыу – Башҡорт йәкшәмбе мәктәптерен асыу булып торҙо.
Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында күпселек мәктәптәрҙә, Ҡонашаҡ районында быйылғы уҡыу йылынан 5 мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Миәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыу хаҡында эшлекле һөйләшеүҙәр һәм килешеүҙәр төҙөлдө. Был төбәктәр юҡҡа ғына һайланманы, сөнки урындағы милләттәштәребеҙ үҙ туған телдәрен балаларына уҡытыу мохтажлығын Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына күптән белдерә ине.
- Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы мәктәптәр бинаһында урынлашасаҡ. Йәкшәмбе мәктәптәре сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре кеүек дәрестәр ҡаралған. Дәрестәрҙе ойошторорға урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ярҙам итәсәк. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен март айында башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ, - ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров.
Башҡорт телен республикабыҙҙан тыш күрше өлкәләрҙә дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә һәм бында ыңғай динамика күҙәтелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән төбәк-ара олимпиадала ла ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл унда726 уҡыусы ҡатнашты, шул иҫәптән 6 төбәк уҡыусылары.
Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларҙың башҡорт мәҙәни ойошмаларына һәм балаларҙы ғына түгел атай-әсәйҙәрҙе берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер тип күҙаллана.
Читайте нас: