+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Февраль 2021, 18:23

“Минең төп эшем – уҡыу”, - ти Башлыҡ стипендиаты Азалия Хәмәтнурова

Башлыҡ стипендиаты булыу өсөн яҡшы уҡыу ғына етәме? Әллә башҡа өлкәлә лә үҙеңде күрһәтеү зарурмы? Ошо һорауҙар менән башты ҡатырған мәлдә Балтас районы Иҫке Балтас 1-се мәктәбенең 10-сы синыфы уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты Азалия Хәмәтнурова менән танышырға яҙҙы.

Башлыҡ стипендиаты булыу өсөн яҡшы уҡыу ғына етәме? Әллә башҡа өлкәлә лә үҙеңде күрһәтеү зарурмы? Ошо һорауҙар менән башты ҡатырған мәлдә Балтас районы Иҫке Балтас 1-се мәктәбенең 10-сы синыфы уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты Азалия Хәмәтнурова менән танышырға яҙҙы. Ҡыҙ уҡыуҙа ла алдынғы – гел “5” билдәһенә өлгәшә, спорт менән дә бик дуҫ. Бәләкәй саҡтан уҡ әүҙемлеге менән башҡаларҙан айырылып тора: бейеү түңәрәгенә, баскетбол, волейбол, дзюдо секцияларына йөрөгән, музыка мәктәбендә баян класын тамамлаған, әммә үҫә килә күңеленә ятҡан шөғөл бөтөнләй башҡа булып сыға – армрестлинг менән етди шөғөлләнә башлай.
Бөгөн 16 йәшлек спортсы ҡыҙ армрестлинг буйынса ике тапҡыр – Башҡортостан, өс тапҡыр – Волга буйы Федераль округы һәм ике тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионкаһы титулдарын яулаған. Тап шул ҙур ҡаҙаныштары өсөн дә ул стипендиат булған да инде.
Беҙ һеҙгә уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
Сәләм, Азалия! Һинең уҡыуҙағы, спорттағы уңыштарға әйҙәп, дәртләндереп торған кешең кем?
– Әлбиттә, минең ғаиләм! Ғаиләбеҙҙә дүрт кеше: әсәйем, олатайым, өләсәйем һәм мин. Әсәйем – минең иң яҡын дуҫым һәм остазым. Олатайым менән өләсәйем айырым йәшәйҙәр, әммә беҙгә улар йыш килә. Ошо өс яҡын кешем мине һәр саҡ кәңәштәре менән ҡанатландырып тора. Уларға рәхмәтем, һөйөүем сикһеҙ!
Гел “бишле”гә уҡыу менән бер ҡатар спортсы булыу күп көс талап итә. Ниндәй фәндәрҙе яратып өйрәнәһең?
– Минеңсә, белемле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Математика, тарих фәндәре бик оҡшай. Мәктәптә уҡыуҙан тыш, мин һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә, файҙалы мәғлүмәт тупларға ынтылам. Күберәк белгән һайын йәшәүе ҡыҙығыраҡ бит! Балаларға ғына түгел, оло кешеләргә лә даими белем алырға кәрәк – донъя бер урында тормай. Әсәйемдең һүҙҙәре һәр саҡ башымда: “Балам, бөгөн һинең төп хеҙмәтең – уҡыу. Тырыш бул”.
Бөтөн донъяны шаңҡытҡан дистанцион уҡыу тураһында ла фекереңде белге килә. Ҡабаттан өйҙә ултырып уҡыуға күсерһәләр, шатланыр инеңме?
– Ҡыуаныр инем. Дистантта БДИ материалдарын өйрәнеүгә ваҡыт ҡала торғайны. Ә мәктәптә мин икенсе сменала уҡыйым, дәрестән һуң тура күнекмәләргә барырға кәрәк, шуға имтихандарға ныҡлы әҙерләнеүгә ваҡыт аҙ ҡала.
Ә армрестлинг менән нисә йыл шөғөлләнәһең?
– Был спорт төрө менән өс йыл шөғөлләнәм.
Мәктәпте тамамлауға әле бер ни тиклем ваҡыт бар. Ниндәй профилде һайлаясаҡһың? Ғөмүмән, кем булырға хыялланаһың?
– Гуманитар, йәки универсаль профилде һайларға ине. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән БДИ тапшырасаҡмын. Киләсәктә юрист булырға теләйем.
Хоббиҙарың тураһында ла һөйләп үт әле.
– Гитарала, баянда уйнарға яратам. Еңел атлетика, йәғни йүгереү ҙә оҡшай. Аш-һыу менән булышырға ла яратам.
Армрестлинг буйынса Рәсәйҙең ҡайһы ҡалаларында булырға тура килде? Ҡайһыһы нығыраҡ оҡшаны?
– Мәскәү өлкәһендәге Чехов, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Пермь ҡалаларында, һәм әлбиттә, Өфөлә булғаным бар. Шулар араһынан иң оҡшағаны Түбәнге Новгород булды – ундағы тарихи урындар, архитектура оҡшаны.
Артекта ла булғанһың икән. Ҡасан унда ял итергә тура килде?
– 2019 йылдың сентябрендә “Артек”та ял иттем һәм уның Рәсәйҙәге иң яҡшы лагерь икәненә үҙем дә инандым. Ҡара диңгеҙ буйында тиҫтерҙәрем менән үткәргән көндәр тормошомда иң сағыу мәл булып хәтерҙә уйылды. Иҫ киткес ныҡ оҡшаны унда!
“Аманат”ты уҡыусы тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәр еткерер инең?
– Минең девизым “Маҡсатҡа ирешеү өсөн уға табан туҡтамай барырға кәрәк”. Йәштәштәремә лә, тормоштан иң яҡшыһын алып, дөрөҫ юлдан атларға яҙһын, уларға тик ышаныслы кешеләр, тоғро дуҫтар осрап торһон, тип теләйем.
Рәхмәт, Азалия! Үҙеңә лә тик уңыштар, изге күңелле юлдаштар теләйбеҙ!
Миләүшә БАЙЪЕГЕТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: