+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Февраль 2021, 19:07

Башҡортостанда быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы нисек үткәрелә

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда үткән «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы ултырышында быйыл Өфөлә һәм республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда үткән «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы ултырышында быйыл Өфөлә һәм республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында акция үҙенсәлекле форматта үтте. Виртуаль «Үлемһеҙ полк» ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың анкеталары polk02.ru порталына урынлаштырылды. Геройҙарҙың фотоһүрәттәре Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм медиэкрандарҙа күрһәтелде.

Быйыл акция тулы масштаблы форматта уҙғарыла. Ултырышта Өфөнөң Үлемһеҙ полкы колоннаһын һәм хәрәкәт маршрутын төҙөү урыны билдәләнде. Геройҙарҙың портреттары менән колонна Октябрь проспекты менән Һалле ҡалаһы исемендәге урам киҫелешенән Шота Руставели урамына тиклем атлай. Шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колоннаһын теҙеү, уның хәрәкәт итә башлау ваҡыты, дөйөм республика Тынлыҡ минуты билдәләнде.

Тимур Кәримов фотоһы, Өфө ҡалаһының 20-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы

Читайте нас: