-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Март 2021, 09:30

«Шаяниум – 2021» еңеүселәре ҡасан билдәле буласаҡ?

19 март «Шаяниум-2021» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйынының финалы үтәсәк. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.

Сараның маҡсаты – уҡыусылар араһында КВН хәрәкәтен күтәреү, уҡыусыларҙы милли, мәҙәни һәм йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу. Конкурс «Хәрәкәттә – бәрәкәт» темаһы буйынса ойошторолдо. Бәйгеселәр «Сәләмләү»ендә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, физик әүҙемлекте, туризмды үҫтереүҙе дәртләндереү, әүҙем ял итеү рәүешенә булышлыҡ итеү темаларын асып һаласаҡ. Ә «Вайндар конкурсы» Башҡорт тарихы йылына бағышланасаҡ.
2020 йыл пандемия арғаһында уйындар үткәрелмәне. Был уйындар 19-сы тапғыр уҙғарыла.
«Шаяниум – 2021» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйынының финалы 19 март 15.00 сәғәттә Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә башлана.
Рәзил Бикбулатов фотоһы («Шаяниум – 2019» еңеүселәре)
Читайте нас: