+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Март 2021, 17:36

Дуҫы күпте яу алмаҫ!

Дуҫтар! Бер ҙә күрмәгән кешеләр менән күрешеп, осрашып, һөйләшеп, сикһеҙ бәхет кисергәнегеҙ булдымы берәй ваҡыт? Шишимә районының Ҡара Яҡуп ауылы мәктәбе уҡыусылары менән күрешеп, беҙ ҙә бөгөн ҡыуанышып ҡайттыҡ әле.

Был осрашыуҙың сәбәпсеһе булып, ошо мәктәп уҡыусыһы Айнур Ғафаров, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеп, “Аманат”тан монопод отҡайны. Уға тәғәйенләнгән ошо бүләген алып барып тапшырҙыҡ. Айнурҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға бөтөн мәктәп йыйылғайны. Сараны мәктәп директоры Альбина Рәмил ҡыҙы Мөхҡолова асып ебәрҙе. “Айнур мәктәптең яҡшы уҡыусыһы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Каратэ менән яратып шөғөлләнә. Хатта күк төҫтәге билбауға эйә ул! Бына ниндәй шәп уҡыусылар уҡый “Аманат” журналын!” – тип Айнурға йылы һүҙҙәрен әйтте Альбина Рәмил ҡыҙы.
Читайте нас: