Атап әйткәндә, ҡала ситендәге лагерҙарҙа балалар һанын 50 проценттан 75 процентҡа тиклем арттырырға рөхсәт ителә. Субъекттарҙың баш санитар табиптарының ыңғай ҡарарын иҫәпкә алып, балаларҙы республиканан ситтә ял иттерергә мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәғариф министрлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһына бәйле 2020 йылдың июлендә балалар лагерҙарында ял итеүгә сикләү индерелгәйне.