“Көлөү ҡояшҡа тиң”, – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы, тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә. Тап ошондай маҡсаттан “Шоңҡар” журналы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында “Көлөп йәшәйек әле!” тигән әҙәби-музыкаль кисә ойошторҙо.
Журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмтов, яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов тамашасыларҙы үҙҙәренең көлкөлө, фәһемле мәҙәктәре менән “дауалаһа”, Рәсәй конкурстары лауреаты Харис Шәрипов, йырсы, музыкант Рифат Йәмлихин, бихисап популяр йырҙар авторы Рәмил Сурағол дәртле йырҙары менән тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе. “Аманат” журналының бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупованың уҡыусыларға мөрәжәғәте файҙалы булды.
Күңелле матбуғат байрамына әүерелгән сара өсөн педагогия фәндәре кандидаты, ғалимә Миниә Вәлиева ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе, “Шоңҡар”, “Аманат” журналы уҡыусылары артыуын теләне.