+14 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғлүмәт
6 Апреля 2021, 10:00
«Матлет» республика олимпиадаһында барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ!
18 апрелдә matlet.rilirb.ru сайтында "Матлет" Республика олимпиадаһының һайлап алыу этабы үтә. Олимпиадала 5-7 класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
18 апрелдә matlet.rilirb.ru сайтында "Матлет" Республика олимпиадаһының һайлап алыу этабы үтә. Олимпиадала 5-7 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Һайлап алыу туры һөҙөмтәләре буйынса һуңғы этапҡа үткәндәр исемлеге төҙөлә.
⠀
Ни өсөн был олимпиадала ҡатнашырға кәрәк?
- Олимпиада математика буйынса олимпиадаларҙа артабан ҡатнашыу өсөн яҡшы старт була ала;
- Һуңғы этапҡа үткәндәр үҙҙәренең тиҫтерҙәре һәм республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары программалары менән таныша ала;
- Олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры дипломдары һәм ойоштороусыларҙан, партнерҙарҙан бүләктәр менән наградлана;
⠀
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 5 апреленән 17-һенә тиклем сайтта теркәлеү мотлаҡ. Йомғаҡлау этабы 2021 йылдың 23 майында Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарияһы Республика инженер лицей-интернаты базаһында үтә.
⠀
#РИЛИ
#РИЛИ_forward
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"