+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Апрель 2021, 13:55

БАЛАЛАР ӨСӨН ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ

01 – янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел генә, ә кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға була.

Тиҙҙән йәмле йәйҙәр, оҙайлы каникулдар етә. Тап ошо ваҡытта янғынхәүефе тыуыуы ихтимал. Өйҙәге электр приборҙары, газ плитәләре, шырпы – барыһы ла ҡул аҫтында. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер балалар ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәй. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында мәктәптә һөйләшеү алып барыл. Шулай ҙа, һаҡһыҙлыҡтан сыҡҡан янғын арҡаһында беҙгә ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламап еткермәй ҡайһы бер балалар.
Һәр өйҙә барыһына ла күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә эленеп тороуы һәйбәт. Хәүеф янағанда күрһәтелгән һандарҙы тиҙ генә йыйып, белгес кәңәштәре ярҙамында, артабан нимә эшләргә кәрәклеген ололар ғына түгел, балалар ҙа беләсәк. 01 – янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел генә, ә кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға була. Шулай уҡ уны телефондан бер генә төймәгә баҫып шылтырата алырлыҡ итеп көйләп була. Ошо һандарҙы йыйып, янғын сыҡҡан мәлдә нимәләр эшләргә кәрәклеген белеп, ярҙам алып була.
Бәләкәстәрҙе бигерәк тә электр шнуры һәм розеткаһы ҡыҙыҡһындыра. Юғары вольтлы электр тогы үтеүсе был әйберҙәрҙе ололар ҡул аҫтынан йыйырға, ә розеткаларҙы ҡаплап ҡуйырға тейеш. Телевизорҙың да ышаныслы, аумаҫлыҡ урында тороуы мөһим.
Өлкәндәр генә ҡулланырға тейешле әйберҙәр:
- шырпы, ҡабыҙғыс, бенгаль уттары, шәмдәр, шартлатҡыстар – былар барыһы ла хәүефһеҙ урында ятырға тейеш, сөнки балаларға уларға ҡағылырғаярамай;
- газ һәм электр приборҙары менән балаларға өлкәндәр өйҙә булғанда ғына ҡулланырға рөхсәт итергә;
- тиҙ тоҡана торған (бензин, ацетон, спирт) шыйыҡсаларға яҡын да бармаҫҡа;
Ҡәҙерле балалар! Түбәндәге янғын хәүефһеҙлеге хаҡында ябай ҡағиҙәләрҙе һеҙ белергә тейеш:
- шырпы, ҡабыҙғыс менән шаярырға ярамай;
- ут менән (һарайҙа, подвалда, сарҙаҡта) уйнарға ярамай;
- 16 йәшкә тиклем пиротехника әйберҙәрҙе ҡулланмаҫҡа;
- ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәк?:
- Әгәр йортта ут сыҡһа, унан тиҙерәк сығырға тырышырға кәрәк;
- Янғын ваҡытында карауат аҫтында йәки шкафта йәшенмәҫкә – ҡотҡарыусыларға һеҙҙе табыуы ауырға тура киләсәк.
- Әгәр ҙә кейемең янып китһә – йүгерергә ярамай, ергә ятып ауна. Ҡулыңды бешерһәңң – һыуыҡ һыу аҫтында тот һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр.
- Әгәр ҙә подъезда ут йәки төтөн булһа – өйҙән сыҡма. Тәҙрәне йәки балконды асып, һөрәнләп, кешеләрҙе ярҙамға саҡыр.
- Янғын ваҡытында лифтты ҡуланырға ярамай: уның ҡаттар араһында тотҡарланыуы ихтимал.
- Әгәр ҙә мөмкинселек булһа, өйҙән сығырға һәм күршеләрҙең ишеген шаҡырға.
- Янғын ваҡытында ата-әсәләргә йәки яҡын туғандарға шылтыратырға һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыуҙы һорарға.
- Әгәр ҙә өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп ишекты ныҡ итеп ябырға ла өлкәндәргә шылтыратырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап ҡысҡырырға.
- Әгәр ҙә төтөн подъездан өйгә инһә – ишекте асма, өлкәндәргә шылтырат йәки балконға сығып «Янғын! Ярҙам итегеҙ!» тип һөрәнлә.
Башҡа төрлө ҡурҡыныстар тураһында. Электр тогынан башҡа балаларға тағы ла көнкүреш газы, осло, эҫе нәмәләр, дарыуҙар һәм төрлө химия ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Бәләкәс һеңле-ҡустыларығыҙға әленән-әле уларҙың ҡурҡыныс янауы тураһында иҫкәртеп торорға кәрәк. Шулай уҡ сит-ят кешеләргә ишек асырға ярамағанлын да һәр ваҡыт әйтеп тороғоҙ. Былар барыһы ла көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан һәм мут кешеләрҙән һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлар.
Читайте нас: