+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Апрель 2021, 09:41

Бөгөн - умырзая көнө!

Яҙҙың тәүге сәскәһе - Умырзаяның да тыуған көнө бар.

Көн йылытып, ер ҡарҙан әрселеү менән тау-ташлы битләүҙәрҙә яҙҙың тәүге сәскәһе –умырзая үҫеп сыға. Умырзая ғүмере бер миҙгел генә булһа ла, һыуыҡтан ҡурҡмай. Оҙон ҡыштан һуң әле йәшелләнеп тә өлгөрмәгән яландарҙа атҡан тәүге сәскә – яҙ хәбәрсеһе умырзаяның күм-күк балаҫ һымаҡ булып түшәлеп үҫеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Беҙҙең ерлектә үҫкән умырзаялар ҙа күп төрлө.
Уның һарыһы ла, ағы ла, зәңгәре лә, шәмәхә, ҡыҙғылт төҫтәгеһе лә була. Иң тәүҙә йөнтәҫ кенә япраҡтары күренә, шунан инде сәскәгә тумалай. Ул сәскә атҡас, торналар ҡайта башлай, ысын, йылы яҙ етә тигән һүҙ.
Читайте нас: