+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Май 2021, 10:39

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Бөгөн, 27 май, Бөтә Рәсәй китапханалар көнө. Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын.

Кешеләр китапханаға әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та.
Китапхана эшенең тарихы бөтә йәмғиәттең тарихы һәм мәҙәниәтендә мөһим урын биләй. "Аманат" журналын таратыу өсөн күп көс һалған кешеләр - ул китапханасылар.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты республика китапханасыһы Гөлфиә Фәхрисламова:
“Аманат” журналына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙҙең гимназия укыусылары бөтә синыф менән журналға яҙылып, һәр һанын һағынып көтөп ала. Китапханасылар көнөнә бағышлап сыҡҡан мәҡәләбеҙҙе баҫтырып, гимназиябыҙға үҙҙәре килеп журналды бүләк итеп, беҙҙе шатландырып киттеләр. Киләсәктә лә “Аманат” менән берге эшләп, киләсәкте белемле, яҡты итербеҙ. Үҙебеҙҙең телебеҙҙе юғалтмайыҡ, башҡорт телендә сыҡҡан китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан айырылмайыҡ!
Читайте нас: