Ошо көндәрҙә Өфө районының Михайловка ҡасабаһында 640 урынға иҫәпләнгән белем усағы асыласаҡ. Яңы уҡыу йылында Нуриман районы Первомайский ауылында төҙөлөп ятҡан мәктәп тә балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. “Мәғариф” милли проекты буйынса республикабыҙҙа байтаҡ ҡына белем усаҡтары төҙөлә. 2021 йылдың аҙағына тиклем Өфөнөң Инорс биҫтәһендә, Булгаков, Зубов, “Миловский парк” ҡасабаларында, Нефтекама, Бишбүләк, Дыуан һәм Хәйбулла райондарында яңы мәктәптәр ҙә һалынып бөтәсәк.