-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Июль 2021, 09:26

Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны

Был бәрәкәтле төбәккә Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары аяҡ баҫты.

Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны
Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны

Американан килгән бейеү ансамбле Орегона, Вирджиния, Көньяҡ Каролина, Юта, Гавайа штаттары вәкилдәрен берләштерә. Уларҙы бейеүгә һөйөү туплаған, коллектив утыҙ йылға яҡын тамашасыларҙы шатландырып килә.

 

Асҡарҙа бөгөн һауа торошо бер аҙ һалҡынса ине. Хәйер, һуңғы көндәрҙә торған эҫенән һуң был, киреһенсә, ҡулай булды, сөнки ошо көндәрҙә фәҡәт юлда булған һәм бер нисә сәғәт кенә йоҡлаған ҡунаҡтар шунда уҡ репетиция яһарға тотондо, урындағы оҫталарҙың күргәҙмәһе менән танышты, интервью бирҙе. Унан сәхнәгә сыҡтылар.

 

Асҡар ауылы халҡы һәм ҡунаҡтар донъя халыҡтарының мәҙәниәте, сәнғәте менән танышты, концертты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

 

Фото Фольклориада сайтынан.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас