+12 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғлүмәт
13 Июля 2021, 07:56

Икмәк һынығы.

Борон-борон заманда Эт, Бесәй һәм Сысҡан бик дуҫ йәшәгән, өсәүләп бер өйҙә көн иткән. Бесәй ашарға әҙерләгән, һауыттарҙы йыуған. Эт һунарға йөрөгән,өйһаҡлаған. Сысҡан өй йыйыштарған, һыу ташыған.

Икмәк һынығы.Икмәк һынығы.
Икмәк һынығы.

Борон-борон заманда Эт, Бесәй һәм Сысҡан бик дуҫ йәшәгән, өсәүләп бер өйҙә көн иткән. Бесәй ашарға әҙерләгән, һауыттарҙы йыуған. Эт һунарға йөрөгән,өйһаҡлаған. Сысҡан өй йыйыштарған, һыу ташыған.

Бер ваҡыт Эт һунарҙан буш ҡул менән ҡайта башлаған. Йортта ризыҡ кәмегәндән-кәмей барған. Кискелеккә ашарға ултырғас, Сысҡан һүҙ алған: “Бер мин генә үҙ эшемде урынына еткереп башҡарам. Эт һунарҙан буштан-буш ҡайтҡас ни, ас ултырабыҙ, шуға күрә бөгөндән башлап һунарға үҙем йөрөйөм”.

Бесәй ҡалған икмәк һынығын соланға сығарып ҡуйған да, Эт менән кәңәшләшеп, Сысҡанды һунарға ебәрмәҫкә булған, тти.

Иртә менән Бесәй һунарға киткән, ә Эт ҡаты йоҡлап ҡалған. Сысҡандың бик тә ашағыһы килгән. Соланға сығып әлеге икмәк һынығын тапҡан. Этте уятып, бергәләп ултырып ашарға булған, ләкин ҡаты йоҡоға талған. Эт уянмай ҙа ҡуя, ти. Сысҡан икмәкте юрый Эткә яҡыныраҡ урында – үҙе генә ашап бөткән.

Бесәй буш ҡул менән ҡайтып ингәс, Эт сәй ҡайнатып, өҫтәлгә ҡуйған. Бесәй: “Ҡайҙа кисәге икмәк һынығы менән сәй эсәйек әле, - тигән. Эт соланға сығып киткән. Эҙләй ҙә  эҙләй икән икмәкте, ләкин таба алмай. Ярҙамға Бесәй ҙә сыҡҡан. Эт ятҡан урынында икмәк валсыҡтарын табып, ғәйепһеҙ  Этте әрләй башлаған, ти. Һүҙҙән-һүҙ сығып, икеһенең дә асыуҙары ҡабарған. Эт менән Бесәй талашып киткән. Сысҡан ҡурҡышынан иҙән ярығына төшөп ҡасҡан.

Һиҙгәндәр, ти һиҙеүен Эт тә, Бесәй ҙә икмәкте кем ашағанын, шулай ҙа гелдә ҡыуып, ошоғаса яраша алмай йөрөйҙәр, ти. Бесәй көн дә Сысҡанды сығар әле тип, иҙән ярығы эргәһендә көтөп ултыра икән. Эт инде бик һаҡ йоҡлай башлаған.

Шулай итеп, бәләкәй генә сысҡан оло ғауға сығарған.

Автор:Нурулла Миһранов
Читайте нас