Хайуандар араһында иң “шәп йөҙә белеүсе” – дикобраз. Һауа менән тултырылған меңәрләгән энәләре арҡаһында, ул бөтөнләй бата алмай!
Грецияла ғәжәп бер йылға бар. Ул үҙенең ағышын тәүлегенә дүрт тапҡыр үҙгәртә. 6 сәғәт буйына Эгей диңгеҙенә ҡоя, шунан һуң кирегә табан аға башлай. 6 сәғәт үткәс, йылға тағы ла диңгеҙгә табан борола. Был күренеш йәйен дә, ҡышын да, көнөн дә, төнөн дә шулай ҡабатлана.
Ғалимдәрҙең фекеренсә, йылға ағышы үҙгәреүенең төп сәбәбе – диңгеҙҙә, сөнки диңгеҙ һыуы ла сәғәт һайын йә күтәрелә, йә кәмей.
Мәскәү Дәүләт университетының ғалимдәре диңгеҙҙәрҙә йәшәүсе медузаларҙың көслө дауыл яҡынлашыуын алдан тойоусы “махсус ҡолаҡтары” булыуын белдергән һәм шуға оҡшаш электронлы аппарат төҙөгәндәр. Яңы прибор диңгеҙҙә көслө дауыл буласағын 15 сәғәткә алдан хәбәр итә.
Аквариумда йәшәгән балыҡҡа ҡарап торһаң, ул һәр ваҡыт ауыҙын асып, һыу эсә һымаҡ күренә. Юҡ, ул һыу эсмәй, ә тын ала икән. Ә диңгеҙ балыҡтары ысынлап та һыу эсә. Юғиһә диңгеҙҙә улар тереләй тоҙланырҙар ине. Шуға күрә был балыҡтарҙың айғолаҡтарында диңгеҙ һыуын тоҙһоҙландырыу өсөн “махсус аппарат була”.
Тибеттә ике кеше осрашһа, кесе йәштәгеһе беренсе булып баш кейемен һала ла башын бер аҙ алға эйә һәм телен сығара. Көнбайыш Африка кешеләре устары менән бер-береһенең күкрәктәренә һуғып күрешә, ә Үҙәк Африкала йәшәүселәр осрашһа, бер-береһенә баш эйәләр ҙә, һуңынан сәпәкәй һуғалар.
Алыҫ Көнсығышта Ханка тип аталған күл бар. Киңлеге 80 километрға етһә лә, иң тәрән урыны ни бары 10 метр ғына. Ханкка күлендә бик уҫал гөбөргәйелдәр йәшәй. Өҫтәүенә уларҙы ҡаплап алған панцирь һөйәк кеүек ҡаты түгел, ә йоп-йомшаҡ.
Ғалимдәрҙең иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, Тымыҡ океан төбөндә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сикһеҙ күп. Унда 6 мең йылға етерлек баҡыр, 20 мең йылға етерлек алюминий бар. Ә кобальттеңзапасы 200 мең йылға етерлек.