Манижа Хамраева 1991 йылдың 8 июлендә Тажикстандың Дүшәмбе ҡалаһында тыуа. Олатаһы Таджи Усманов - билдәле журналист, яҙыусы, өләсәһе Урта Азияның ҡатын-ҡыҙҙары араһынан пәрәнжәһен сискән беренсе ҡатын була. Йырсының әсәһе Нәджибә Усманова. Ул - йәҙрә физикаһы белгесе, тик ул һөнәрҙе оҡшатмай, психолог булып эшләй. Әлеге көндә ул Манижаның төркөмөнә костюмдар тегә, видеороликтар төшөрөүҙә ярҙамлаша. Атаһы – табип.
“Мосолман ғаиләһендә тыуғанға, беҙҙең ғаиләлә артист булыу уйын хатта яңылыш ҡына әйтеү ҙә тыйыла ине. Тик өләсәйем генә миңә: “һин йырларға тейешһең, һин булдыраһың” - ти торғайны. Был миңә этәргес булды”, - ти популяр йырсы. Шуғалырмы, өләсәһенең фамилияһын алып, ул үҙен Манижа Сангин тип йөрөтә башлай.
Манижаның ғаиләһе 1994 йылда Мәскәүгә күсеп килә. Ҡыҙ Мәскәүҙә фортепиано, вокал, хор түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Уҡып бөткәс үҙе теләп, Мәскәү дәүләт гуманитар университетының психология факультетына уҡырға инә.
Йырсы 2013 йылда “Инстаграм”дағы аккаунтында ҡыҫҡа музыкаль видеолар, каверҙар сығарғандан һуң билдәле була башлай. Уға әле – 29 йәш. 2020 йылда ул “Мулан” фильмында “Һуғышсы юлына баҫам” йырының урыҫ телендәге тәржемәһен башҡарҙы, ә декабрҙә БМО-ның изге илсеһе булды. 2021 йылдың башында йырсы "Manuscript” һәм “ЯIAM” музыкаль альбомдарын сығара.
Быйыл бөтөн Рәсәй исеменән “Евровидение” конкурсында Роттермдың (Нидерланды) Ahoy аренаһында "Урыҫ ҡатын-ҡыҙы" йыры менән сығыш яһап, 204 балл туплап, туғыҙынсы урын алды. Шулай уҡ ул 10 иң яҡшы башҡарыусы исемлегенә инде.
Манижа - әлеге көндә Рәсәй эстрадаһының иң алдынғы һәм сағыу йондоҙҙарының береһе. Ул беҙҙең йәш башҡарыусыларға үрнәк булырҙай артист. Ул Өфөлә үткән VI Бөтөн донъя фольклориадаһының йомғаҡлау программаһында сығыш яһаны. Йәш йырсының сығышын ҡарарға Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан халыҡ күпләп йыйылды.
Манижа фольклориаданың ойоштороу кимәлен тик яҡшы яҡтан баһалап, йылы хәстәрлек менән солғағанға рәхмәт әйтте. “Беҙҙе шул тиклем матур итеп ҡаршы алып, ҡайғыртыусанлыҡ менән солғанылар, шуға күрә үҙебеҙҙе бик уңайлы, рәхәт мөхиттә тоябыҙ” – тине ул.
Манижаны айырыуса йәш быуын вәкилдәре яҡын күрә. “Үҫмерҙәр араһында популяр булыуыма шатмын” – ти йырсы. – “Йырҙарым поп стилендә түгел, шуға күрә йөкмәткеләре лә уларға оҡшамаҫ тип уйлағайным. Миңә оҡшаған йырҙарҙың улар күңеленә лә ятҡаны минең өсөн ҡыуаныс.
Фольклориада тураһында йырсы быға тиклем ҡыҙыҡһынмаған булған. Хәҙер иһә, был иҫ киткес масштаблы, сағыу тамашаны күреп, ғәжәпкә ҡалған. “Евровидение” кеүек ҙур мәҙәни сара һымаҡ ул”- тине йырсы.
Манижаға башҡорт аштары ла бик оҡшаған. Быға тиклем ул Мәскәүҙә башҡорт кухняһының ҡайһы бер ризыҡтарын ашап ҡараған, әммә Башҡортостанда уларҙың тәме бөтөнләй икенсе, тигән фекерҙә ул.