-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июль 2021, 09:37

107 уҡыусы – БДИ-ны 100 балға тапшырған

Уларҙың 14-е - химия, 2-һе - урыҫ әҙәбиәте, 7-һе - география, 4-һе - профилле математика, 22-һе - урыҫ теле, 33-сө - физика, 1-һе - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, 18-е - информатика һәм ИКТ буйынса икән. 2020 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 8 уҡыу фәне буйынса балдарҙың артыуы күҙәтелә. Йәнә шуныһы билдәле: имтиханды бер юлы ике фәндән 100 балға яҙыусыларҙың һаны быйыл күберәк. Төбәк буйынса ундайҙар – бишәү. Йөҙ балл йыйыусыларҙың 40 проценты - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, ә ҡалғандары Өфө вуздарына инергә ниәтләй.

107 уҡыусы – БДИ-ны 100 балға тапшырған
107 уҡыусы – БДИ-ны 100 балға тапшырған

Уларҙың 14-е - химия, 2-һе - урыҫ әҙәбиәте, 7-һе - география, 4-һе - профилле математика, 22-һе - урыҫ теле, 33-сө - физика, 1-һе - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, 18-е - информатика һәм ИКТ буйынса икән. 2020 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 8 уҡыу фәне буйынса балдарҙың артыуы күҙәтелә. Йәнә шуныһы билдәле: имтиханды бер юлы ике фәндән 100 балға яҙыусыларҙың һаны быйыл күберәк. Төбәк буйынса ундайҙар – бишәү. Йөҙ балл йыйыусыларҙың 40 проценты - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, ә ҡалғандары Өфө вуздарына инергә ниәтләй. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларҙы һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы республика вуздарына уҡырға ингән абитуренттарға 150 мең һум аҡса биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Был фәнни-белем биреү үҙәгенә Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге инә. 

12 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл алған мәктәп тамамлаусылар менән осрашты. Республика етәксеһе ике фәндән юғары балл йыйған йәштәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу ҡатнаш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы.

Шулай уҡ төбәктә 2020 йылдан башлап 100 балл алған уҡыусыны әҙерләүсе уҡытыусыларға ла премиялар түләнә. Уның күләме – 50 мең һум.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: