-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июль 2021, 09:44

Быйыл республикала йәйге лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа 319 меңдән ашыу бала ял итте

Башҡортостандың йәйге һәм мәктәп лагерҙары, шифаханалар каникулдар осоронда 319 меңдән ашыу баланы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға ҡабул итте. Шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙа кэшбек программаһында 107 балалар лагеры ҡатнашты. Белеүегеҙсә, туристик кэшбек проектында ҡатнашыусыларға путевка хаҡының 80 процентын кире ҡайтарала.

Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, балалар ялын ойоштороу буйынса 2390 ойошма эшләй. Шулар араһынан Бөрө биләмәһендә “Урман әкиәте” һәм “Аҡсарлаҡ” ял үҙәге заманса палатка лагерҙарына нигеҙ һалынды. Дүртәр урынлыҡ 40 турист палаткаһынан торған лагерь Шәмсетдин күле ярында урынлашҡан. Проект район бюджеты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ этнопедагогикаһына һәм йолаларына нигеҙләнгән программаһына ярашлы  эшләгән “Йәйләү” лагеры ла  күптән инде башҡорт балаларының яратып ял иткән урынына әйләнгән, ата-әсәләр тарафынан да яҡшы баһа ала.

“Йәйләү” лагерында ял итеүселәр үҙ тарихын төптән өйрәнеп, төрлө йыр-бейеү конкурстарында ҡатнаша. Лагерҙа бер сменаға балалар егерме көн ял итә. Ошо арауыҡта күптәр яҡын дуҫ та табып өлгөрә. Ял итергә килгән балаларҙың көндәре күңелле генә түгел, ә файҙалы ла үтә

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас