+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июль 2021, 10:15

Улар халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй!

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йортона  -  100 йыл!

Улар халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй!
Улар халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй!

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ үҙәге оло юбилейын билдәләне. Ҡасандыр 1-се Башҡорт республика  балалар йорто исемен йөрөткән белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһында 100 йыл эсендә бихисап ҡыҙ һәм малайҙар үҫеп, белем алып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Оло булһынмы улар, әллә йәштәрме – бөгөнгәсә дуҫлыҡ ептәрен өҙмәйҙәр. Балалар йортоноң 100 йыллыҡ юбилей кисәһендә лә һәр кеме ҡатнашты.

Шәһит Хоҙайбирҙин 1921-ҙә ата‑әсәһе революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡорт ҡыҙ һәм малайҙары өсөн Өфөлә балалар йортон аса. Үҙ быуатында йорт бихисап үҙгәрештәр кисерә, уның исеме бер нисә тапҡыр алмашына. Әммә  тәғәйенләнеше әле лә шул көйө – ата-әсә һөйөүенән мәхрүм бәләкәстәр өсөн ғаилә йылыһын алмаштыра алырҙай өлгөлө балалар йорто дәрәжәһен тотоу.

100 йыл эсендә балалар йорто 5545 бәләкәсте ҡурсалап үҫтергән. Әлеге ваҡытта Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ үҙәгендә 54 бала йәшәй. Улар менән эшләгән тәрбиәселәр, уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Коллективта бер-береһен бер ҡараштан аңлаған төрлө яҙмышлы кешеләр эшләй.

Бөгөн балалар йортон Фәнисә Мәлик ҡыҙы Бәҙретдинова уңышлы етәкләй. Коллективта юғары белемле, һәләтле, үҙ эшен яратып башҡарған, балалар күңелен аңлай белгән педагагтар тупланған. Бар тәрбиәселәрҙә юғары категорияға эәй. Заман талабына ярашлы, улар белемен камиллаштырыу буйынса бер туҡтауһыҙ эшләй. Күптәрҙең хеҙмәт стажы 20 йылдан ашыу.

“Балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләгәндә, тормош юлдарында аҙашмай, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлығ көслө, ыңғай сифаттарҙа тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡатмарлы тормош юлында юғалмай, үҙ һуҡмағы менән тура барған, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән тәрбиәләнеүсебеҙ бик күп.

Юбилей уңайынан балалар йортоноң алдынғы хеҙмәткәрҙәре маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, исемдәр алдыҡ” ти. Ә Республика башлығы Радий Фәрит улы беҙгә автобус һәм еңел машина  бүләк итте.

Хеҙмәтемде күреп, юғары баһа биргән хеҙмәттәштәремә рәхмәтем си кһеҙ. Шулай уҡ етемдәргә күңел йылыһы бирә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен!” – ти Фәнисә Бәҙретдинова.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: