Был – “Изотоп” атлы йәйге химия лагеры. Ул яңы ғына барлыҡҡа килгән лагерь түгел. “Изотоп” 1999 йылдан алып эшләп килә. Уға нигеҙ һалыусы һәм идеяның авторы – Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина! Был изге эште уның уҡыусылары – Республика инженер лицей интернатының һәм “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең химиктары, йәғни “Изотоп”тың остаздары дауам итә.
“Изотоп” лагеры ике заездан торҙо. Һәр заезд йөҙләгән уҡыусыны тупланы. Һәр бер заезд яҡынса 10 көн дауамында барҙы һәм шул мәлдә уҡыусылар тулыһынса химияға “сумды”. Әгәр йәйге лагерҙар балаларҙы яҡшы ял иттереү, уйнатыу, аралаштырыуға баҫым яһаһа, химия лагеры бөтөнләй улай түгел. Уның маҡсаты – каникулда, балаларҙың буш мәлендә иң-иңдәрҙе туплап, тик ошо преметҡа бар энергияны, бөтә ваҡытты бүлеп, лагерҙан максимум белем, файҙа алыу. Һәм был шул тиклем аҡыллы, дөрөҫ уйланылған эш! Әйтәйек, уҡыу йылы башланды, ти. Унда мәктәп уҡыусыһы үҙенә оҡшаған бер генә предметҡа бирелеп, бар ваҡытын уға бүлә аламы? Әлбиттә, юҡ! Мәктәп программаһына ингән бөтә предметттар, яңы темалар, уҡыуҙан тыш үткәрелгән түңәрәктәр, бихисап өйгә эштәр... Ә бына каникул мәлендә был бик уңай. Һинең иғтибарың тик химияға ғына йүнәлтелә!
Уҡыусыларҙың төп ваҡыты химия серҙәренә төшөнөр өсөн булһа, кистәрен төрлө саралар үткәрелә. Мауыҡтырғыс уйындар, актив спорт һәм тәмләп, серләшеп сәй эсеүҙәр! Әлбиттә, Бөрйән еренә килгәс, Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрмәйенсә лә булмай!
“Изотоп”тың маҡсаты ни, тип һорайбыҙ остаздарҙың береһе – Айнур Мансур улы Ғүмәровтан:
– Башҡортостаныбыҙҙың иң алдынғы, иң башлы, иң “текә” йәш химиктарын туплау! Химия буйынса үткәрелгән Республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙың еңеүселәрен, призерҙарын әҙерләү! – тип яуаплай ул.
Ысынлап та, күңел йылыһын һалып, ҙур маҡсаттар менән ойошторолған “Изотоп” олимпиадалар ваҡытында мул “емештәр” бирә! Һәм изотопсыларҙың барыһының да химия фәне буйынса уҙғарылған республика олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр булыуы быға асыҡ дәлилдер!
Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА.