Азалия Аҫылбәкова, Межгорье ҡалаһынан:” Миңә - 11 йәш. Бейеү буйынса сәнғәт мәктәбенә йөрөйөм. Йырларға, бигерәк тә бейергә яратам. Ҡала буйынса үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындарҙы яулайым. Хатта Республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашырға өлгөрәм” – тип яҙа ул хатында.
Айхылыу Ярмуллина. Өфө ҡалаһынан: “Мин 9-сы синыфты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Буш ваҡытымда атай-әсәйемә ярҙамлашам, төрлө тәмлекәстәр бешереп ғаиләмде ҡыуандырам. Шулай уҡ тәбиғәт ҡосағына сығып яратҡан Башҡортостанымды тошорорга яратам” – ти Айһылыу.
Гөлгизәр Ғәббәсова. Баймаҡ ҡалаһынан: “Миңә - 10 йәш,ғаиләлә өсөнсө баламын,апайым, ағайым һәм ҡустым бар. Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә 3-сө синыфты "4" һәм "5" билдәләренә тамамланым.
Бейергә, сәхнәлә спектакльдәрҙә уйнарға яратам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайым.Әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашам, ҡустымды ҡарашам. Киләсәктәге хыялым врач булыу” – ти һылыуҡай.
Элиза Сөләймәнова, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан: “Миңә - 12 йәш. 5 синыфты гел “5” билдәләренә генә тамамланым.
Әҙәби китаптар уҡырға яратам,баҡсамда сәскәләр үҫтерәм, әсәйемә тәмлекәстәр бешерешәм, өй эштәрендә ярҙамлашам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, ҡул эштәренә лә оҫтамын!” – тип яҙа Элиза һылыу.
Зөлхизә Дәүләтбаева, Красноусол ҡасабаһынан: “11 йәштәмен, ғаиләлә өсөнсө баламын, ике ағайым һәм һеңлем бар. Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5 синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Йырларға, китап уҡырға, төрлө тәмләткестәр бешерергә яратам. Йорт эштәрендә әсәйемдең төп ярҙамсыһымын: һауыт-һаба, иҙән йыуам, баҡса эштәрендә булышам, Йәмилә һеңлемде ҡарашам. Бирешмә төркөмөнөң йырҙарын яратып тыңлайым. Киләсәктә эттәр, бесәйҙәргә ярҙам итеп була торған һөнәр һайлағым килә!” – тип яҙа матурҡай.