Берәй есемдән килеүсе нурҙар иң тәүҙә күҙҙәге ретинаға баш түбән төшә. Шунан ул нурҙар бындағы күҙәнәктәр тарафынан электр сигналдарына әйләндерелә һәм мейенең артҡы өлөшөндәге «күреү үҙәге» тиелгән бер бәләкәй генә нөктәгә эләгә. Шулай, бер нисә процестан һуң электр сигналдары был үҙәктә күреү булараҡ тамамлана.
Инде хәҙер уйлап ҡарайыҡ. Мейе яҡтылыҡ өсөн ябыҡ, йәғни мейенең эсе ҡап-ҡараңғы – мейе урынлашҡан ергә яҡтылыҡ кермәй. «Күреү үҙәге» лә – яҡтылыҡ һис төшмәгән бер ҡараңғы урын. Әммә беҙ, был ҡараңғылыҡҡа ҡарамаҫтан, яҡты, нурлы донъяны тамаша ҡыла алабыҙ. Өҫтәүенә, был – шул тиклем асыҡ һәм сифатлы бер күренеш, хатта XXI быуат технологиялары ла, төрлө мөмкинселектәренә ҡарамаҫтан, был асыҡлылыҡҡа әле ирешә алмаған. Мәҫәлән, әле тотоп ултырған гәзитегеҙгә, уны тотоусы ҡулдарығыҙға ҡарағыҙ, шунан башығыҙҙы күтәреп – тирә-яғығыҙға. Һеҙ ошондай асыҡ һәм сифатлы күренеште тағы берәй ерҙә күрҙегеҙме? Был ҡәҙәр асыҡ күренеште һеҙгә телевизорҙар етештереү буйынса доньяла иң беренсе урында тороусы берәй фирма сығарған иң һәйбәт экран да күрһәтә алмаясаҡ. Инде нисә йылдар буйы меңдәрсә инженер был асыҡлыҡҡа ирешергә тырыша. Бының өсөн фабрикалар, ҙур ҡоролмалар төҙөлә, эҙләнеүҙәр үткәрелә, пландар һәм проекттар әҙерләнә. Тағы ла берҙе телевизор экранына ҡарағыҙ һәм тағы хәҙер — алдығыҙҙағы гәзиткә. Һеҙ улар араһында бик ҙур сифат айырмаһы булыуын күрәһегеҙ. Өҫтәүенә, телевизор экраны ике үлсәмле генә итеп күрһәтә (йәғни яҫы), ә һеҙ өс үлсәмле итеп күрәһегеҙ.
Оҙаҡ йылдар буйына ун меңдәрсә инженер өс үлсәмле телевизор яһап, унда күҙҙең күреү сифатына яҡынайтылған күренеш булдырырға тырышты. Эйе, өс үлсәмле телевизор яһай алдылар, әммә уны ла күҙлек кеймәйенсә өс үлсәмле итеп күреү мөмкин түгел, сөнки был – яһалма өс үлсәмлелек. Артҡы тараф болғансыҡ, алғы тараф иһә ҡағыҙҙан декорация кеүек тора. Бер ваҡытта ла күҙҙең күргәне кеүек асыҡ һәм сифатлы күренеш эшләп булмаҫ, ахыры. Сөнки камерала ла, телевизорҙа ла барыбер шул уҡ яһалмалылыҡ ҡаласаҡ.
Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ. Беҙ заманса телевизорҙарға, һуңғы технологиялар буйынса эшләнгән фото- һәм видеокамераларға иҫебеҙ китеп һоҡланған булабыҙ. «Ҡалай матур күрһәтә!» - тибеҙ. Ә шул уҡ ваҡытта маңлай аҫтында йөрөткән ике кескәй генә, әммә күрһәтеү сифаты яғынан әле бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәгән күҙҙәребеҙгә саҡ ҡына ла иғтибар итәбеҙме икән? Нисек камил төҙөлгәндәр, ҡайһылай йәтеш урынлашҡандар, уларһыҙ бик ҡыйын булыр ине, тип? Юҡтыр, бик һирәктәр генә шулай уйланалыр. Күпселегебеҙ иһә был илаһи мөғжизәләр тураһында көнөнә бер секунд ҡына булһа ла уйлап та бирмәй, беҙгә ошо күҙҙәрҙе биргән һәм уларҙы һаҡлап торған Бөйөк Аллаһҡа шөкөр итер кәрәк тип тә һанамай. Ул ғына ла түгел, алдаҡсы эволюционистар артынан ҡабатлап, беҙ тирә-яҡтағы тәбиғәт процестары арҡаһында осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгәнбеҙ, тип әкиәт тә һөйләп алабыҙ. Бүлмәгеҙҙә ултырған телевизор осраҡлы сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән, төрлө пластмассалар, быяла киҫәктәре, тимер шөрөптәр һәм башҡа ваҡ-төйәктәр оҙаҡ миллион йылдар дауамында бер-береһенә үрелеп үҫеп, шунан ошо «тәбиғәт мөғжизәһе» хасил булған, тиһәләр, ни уйларһығыҙ? Ышаныр инегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Юғиһә, беҙ телевизорҙарҙы, кеҫә телефондарын һәм башҡа «аҡыллы» йыһаздарҙы ҡырға сығып ҡына йыйып алыр инек. Нимә ул тәбиғәт? Тәбиғәт – ул тау, таш, йылға, ел, йәшен, ҡояш, ағастар һәм башҡаһы. Нисек улар кешенең күҙен барлыҡҡа килтерә алһын?! Улар бит хатта ябай, иң насар сифатлы телевизорҙы ла барлыҡҡа килтерә алмайҙар! Камил рәүештә төҙөлгән күҙҙәрҙең түгел, күпкә ябайыраҡ булыусы йорт йыһаздарының да осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алмауы көн кеүек асыҡ бит.