-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2021, 11:59

Мәтрүшкә

Элек-электән был хуш еҫле үләнде дарыу өсөн дә, сәй итеп эсеү өсөн дә файҙаланғандар.

Мәтрүшкә
Мәтрүшкә

 

Мәтрүшкә (душица обыкновенная) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентәбрҙә -емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған.

Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була. 

Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.

Мәтрүшкә
Мәтрүшкә
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас