+16 °С
Ясно
Мәғлүмәт
5 Августа 2021, 06:14

Төрткән ауылына кем ут төрткән?

Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында янғын сыҡҡан. Был ауылды халыҡ Төрткән ауылы тип йөрөтә. Тергеҙелеп килгән ауылдың яртыһы янған.

Был ауылда 2002 йылда 5 кеше йәшәй ине. 2010 йыл бер кем дә ҡалмаған. Ләкин ошо ауылдан сыҡҡан нәҫел Төрткәнде кире тергеҙергә булғандар. 4 йорт һалынған ине. Ләкин йәшен  янғын сығарған да 4 өйҙөн икеһе янған.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ
Читайте нас