+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Сентябрь 2021, 15:52

«Батыр» фильмы уҡыусыларҙың тәүге мөхәббәте тураһында

Фильмдар «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҡыусылар йыйып тапшырған макулатура аҡсаһына төшөрөлә. «Батыр» фильмы өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды.

«Батыр» фильмы уҡыусыларҙың тәүге мөхәббәте тураһында
«Батыр» фильмы уҡыусыларҙың тәүге мөхәббәте тураһында

Башҡортостанда «Батыр» тулы метражлы балалар нәфис фильмын төшөрөү тамамланды. Ул киләһе йылдың яҙында ҙур экрандарға сыға, тип вәғәҙәләне режиссер һәм сценарист Елена Дубровская. Премьераны Өфөлә һәм Архангел районында ойоштороу планлаштырыла.

Фильм уҡыусыларҙың тәүге мөхәббәтенә арналды. Фильмда 2021 йылдың эҫе йәйендә тотош республикала ҡоторған урман янғындары темаһы ла ситтә ҡалманы.

«Ошондай нәфис фильмдар кеүек әүҙем формалар аша балаларыбыҙҙа кешелеклелек, ярата белеү һәм яратылыу кеүек иң мөһим сифаттар тәрбиәләй алырбыҙ. Тәүге тәжрибәбеҙ уңышлы булыр, яңы идеялар менән янабыҙ, бының менән генә туҡталып ҡалмаҫбыҙ тип ышанам», — тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Проект белем биреү планына индерелә һәм республиканың бөтә мәктәптәрендә күрһәтелә, тип билдәләне ул.

Кинола башлыса махсус белеме булмаған актерҙар ҡатнашты. Төп ролде — Азаматты Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студенты Динислам Хөсәйенов, Машаны Өфө сәнғәт институты студенты Елена Пухова уйнаны.

Заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Фильмдар «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҡыусылар йыйып тапшырған макулатура аҡсаһына төшөрөлә. «Батыр» фильмы өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: