+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Сентябрь 2021, 15:58

Иҫәнғол гимназияһына исем бирелде! Ҡотлайбыҙ!

Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты Мәрйәм Бураҡаева исемен йөрөтәсәк.  Тулыһынса сайтта һәм гәзит биттәрендә уҡығыҙ.

Иҫәнғол гимназияһына исем бирелде! Ҡотлайбыҙ!
Иҫәнғол гимназияһына исем бирелде! Ҡотлайбыҙ!
“Шатлығымдың сиге юҡ, әммә яуаплылыҡ та... – ти яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева. – Ейәнсура башҡорт гимназияһы, тип, юллап йөрөп асҡан гимназияға минең исемде биреү ҡапылғара килеп сыҡҡан яңылыҡ булмаһа ла, раҫланыуы сикһеҙ шатлыҡ. Был ҡыуанысым өсөн район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа, район ҡоролтайы етәксеһе Байрас Фәтих улы Ҡансуринға, һәм, әлбиттә, Иҫәнғол гимназия-интернаты коллективына тотош (айырым яҙып тормайым, сөнки иң бәләкәй уҡыусыларына тиклем фекер алышыуҙа ҡатнашҡан), үҙ фекерҙәрен яҙып ебәргән элекке гимназистарға оло рәхмәтемде яратҡан гәзитебеҙ аша белдерәм.
Әле инде ҡотлаусы райондаштарымдың барыһына ла рәхмәтемде еткерәм. Күңел иретерлек матур һүҙҙәр, ҡанатландырып ебәрерлек йылы теләктәр мөлдөрәмә ихласлыҡ тулы йөрәктә генә була.
Был – Мәғариф министрлығындағы фекерҙәштәр ярҙамында һалынған тырышлыҡҡа, беренсе ауыл гимназияһы асып, башҡа район гимназияларына юл ярыуҙағы башланғысҡа ла баһа. Беҙҙең гимназия - ысын-ысындан тәжрибә майҙансығы булды. Беренсе ауыл гимназияһы булараҡ та, бер генә халыҡта ла булмаған өр-яңы предмет – Тормош һабаҡтары – Башҡорт мәҙәниәте программаһы һәм дәреслектәренә нигеҙ һалыусы булараҡ та беҙ беренсе булдыҡ. Мәғариф министрлығы күпме конференциялар, семинарҙар ойошторҙо гимназия нигеҙендә!
Тағы бер тапҡыр оло рәхмәт барығыҙға ла!"

 

Иҫәнғол гимназияһына исем бирелде! Ҡотлайбыҙ!
Иҫәнғол гимназияһына исем бирелде! Ҡотлайбыҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: