+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Сентябрь 2021, 15:20

Япониялағы тиҫтерҙәрең

Башланғыс мәктәптә балалар алты йыл дәүләт телен – японса уҡырға һәм яҙарға өйрәнә. Алты йыл эсендә меңдән артыҡ иероглифты ятлайҙар. Башланғыс мәктәп уҡыусылары дәрескә Рандосэру (Япония балаларының мәктәп рюкзагы ғына түгел, ә бала саҡ символы булып та һанала ул) исемле ортопедик рюкзак аҫып, нисек теләй шулай кейенеп килә.

Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең

Сакуралар сәскә атҡан мәлдә – 1-се апрель – япон балалары Белем көнөн байрам итә. Японияның Токио ҡалаһында тыуып-үҫеп, һеҙҙең кеүек үк мәктәптә белем алып, Токио сит телдәр университетының төрөк теле бүлеген, Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап лингвист һөнәренә эйә булып, әлеге көндә Токио сит телдәр университетында аспирантурала белем алыусы, башҡорт мөхитендә үҫмәһә лә,  телде үҙаллы өйрәнеп, “һыу кеүек эсеүсе” япон егете, “Аманат” журналының йыраҡтағы яҡын дуҫы, Юто Һишияма япония уҡыусыларының тормошо менән таныштыра.

 –“Японияла баланы биш йәшкә еткәнсе бөтөнләй тыйыу юҡ, нимә теләй шуны эшләп үҫә. Биш йәшкә тиклем – батша, биш йәштән ун биш йәшкә – ялсы, ун биш йәштән тиңдәш.” Бындай тәрбиә алымы һеҙҙә, ысынлап та, эшләп киләме? Мәктәпкәсә йәшкә тиклем бала ниндәй тәрбиә ала?

–Балалар башланғыс мәктәпкә алты йәштән йөрөй башлай. Шуға тиклем улар баҡсала тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһының ике төрө бар: хойкуэн һәм ётиэн. Хойкуэнға ата-әсәһе кискә тиклем эшләгән балалар йөрөй. Ётиэнда кескәйҙәр кискә тиклем генә була. Улар иптәштәре менән, бергәләп уйнап, дуҫлашырға өйрәнә. Әсәйҙәре өйҙән һалып ебәргән ризыҡ менән туҡлана. Ланч-бокс япон традицияларына яраҡлаштырып, төрлө төҫтәге ризыҡтарҙан йыйыла. Һатып алынған ризыҡ рөхсәт ителмәй. Аҙыҡ әсәнең хәстәрлекле ҡулдары менән матур итеп төрөлә.

Мин кескәй, тип тормай, йыраҡ араларға походтарға сыға, сүкеш, ҡаҙаҡ тоторға өйрәнә, ашарға бешерә. Бер туҡтауһыҙ сынығыу күнекмәләрен үтәй: көҙгө һыуыҡта ялан аяҡ ерҙә йүгерә, һалҡын һыу эсә.

Өс йәшкә тиклем сабый өйҙә тәрбиәләнә. Йәмәғәт урындарында стенаға һүрәт төшөрөгөһө килеп китә икән, уға тыйыу юҡ. Буяуҙарыңды ал да, рәхим ит!

– Япон алфавиты шул тиклем ҡатмарлы күренә, бер йылда ғына өйрәнеп бөтөп булмайҙыр?

– Башланғыс мәктәптә балалар алты йыл дәүләт телен – японса уҡырға һәм яҙарға өйрәнә. Алты йыл эсендә меңдән артыҡ иероглифты ятлайҙар. Башланғыс мәктәп уҡыусылары дәрескә Рандосэру (Япония балаларының мәктәп рюкзагы ғына түгел, ә бала саҡ символы булып та һанала ул) исемле ортопедик рюкзак аҫып, нисек теләй шулай кейенеп килә.

– Урта һәм юғары мәктәптә бала нисә йыл белем ала? Сит телдәр өйрәнеләме?

– Урта һәм юғары мәктәптәрҙә  өсәр йыл уҡыйҙар. Дөйөм алғанда башланғыс мәктәп менән бергә – ун ике йыл. Японияла инглиз теленә өҫтөнлөк бирелә, Әммә күбеһе был телдә иркен һөйләшә алмай. Юғары мәктәпте тамамлағандан һуң, йә юғары уҡыу йорттарына инәләр, йә эшләй башлайҙар.

Японияла уҡыу йылы мартҡа тиклем дауам итә. Барыһы өс: йәйге, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар билдәләнгән – һәр каникул алдынан тест формаһында имтихандар уҙғарыла. Каникул ваҡытында төрлө фәндәрҙән бик күп өйгә эш бирелә.

– Уҡыусының түңәрәктәргә йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡаламы?

– Мәктәптәрҙә уҡыусының сәләмәтлеген нығытыуға һәм ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Урта һәм юғары мәктәптә уҡыған балаларҙың күбеһе дәрестән һуң төрлө спорт йәки мәҙәни түңәрәктәргә йөрөй. Үҫеп килгән быуынға физик тәрбиә биреү – иң беренсе урында. Йөҙөү уҡыу программаһының бер өлөшө. Һәр мәктәп үҙенең бассейны булыуы менән ғорурлана. Балалар йыраҡ булмаған дистанцияға йөҙөргә өйрәнә. Бынан тыш традицион булған һуғыш сәнғәте — айкидо, дзюдо, карате, кэндо, кэмпо сериндзи һ. б. менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, футбол, баскетбол, теннис, волейбол, бейсбол кеүек спорт төрҙәрен дә үҙ итә.

Көҙ һайын Япон мәктәптәрендә мәҙәниәткә (Бункасай), спортка (Ундокай) бағышланған ҙур байрам уҙғарыла. Спорт төрҙәре буйынса уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, көс һынаша. Мәҙәни фестивалдә һәләттәрен күрһәтергә ашыҡҡан һәр синыф, мәктәп клубы үҙенең күңел асыу программаһын әҙерләй. Төрлө һөнәргә өйрәтеү клубтары теләгән һәр кемде үҙҙәренең эштәре менән яҡынданыраҡ таныштырып, мастер кластар күрһәтә. Фестиваль бер нисә көн дауамында бара. Был мәлдә дәрестәр туҡтатылып тора. Әҙерлек бик йәнле бара – ҡатнашыусылар төрлө костюмдар, биҙәү йыһаздары уйлай, реклама плакаттары эшләй.

Ярыштарҙа призлы урындар, кемдәндер айырылып тороу – былар уҡыусыларға ят күренеш. Һәр ярышта еңеүсе булып берҙәм коллектив тора.
–Японияла, ниндәй һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, хөрмәткә лайыҡ кешегә остаз тип өндәшәләр. Тимәк, уҡытыусы – иң юғары хөрмәткә лайыҡ кеше?

– Уҡытыусыны (сэнсэй) мәктәптә генә түгел, һәр ерҙә аяғүрә баҫып, баш эйеп сәләмләп ҡаршылау – оло хөрмәт билдәһе. Уҡытыусы булайым тигән кешегә бер нисә этаптан торған ҡатмарлы имтихандар тотоп, юғары белем алыу ғына етмәй. Һынлы сәнғәттә уҡыусыға миҫал булырҙай, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белгән, разрядлы спортсы, йырсы, бейеүсе, һәр яҡлап белемле, аҡыллы кеше булыу фарыз.

– Мәктәптә туҡланыу нисек ойошторолған?

– Туҡланыу – уҡыу процессының мөһим бер өлөшө тип иҫәпләнә. Меню бик ентекләп төҙөлә: һөт аҙыҡтары, йәшелсә-емеш – беренсе урында. Уҡыусылар төшкө ашты синыф бүлмәһендә ашай. Ризыҡты тәләфләмәй, балаға һауытта булған аҙыҡты тулыһынса ашап бөтөрөргә тәҡдим ителә. Мәктәптәге төшкө аш («гакко кюсеку») Беренсе дәүләт программаһы һуғыштан һуң балаларҙы аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡабул ителгән һәм алтмыш йылдан ашыу йәшәп килә. Ә 2004 йылдан бөтөн Япон мәктәптәре лә “Секуику” (“Дөрөҫ туҡланырға өйрәнәбеҙ”) программаһында мотлаҡ ҡатнаша. Япония йәмғиәте һәр ваҡыт фастфудҡа ҡаршы тороп сәләмәт туҡланыу культураһын тәрбиәләй.

Аш иң сифатлы аҙыҡтан бешерелеүен мәктәп диетологы бер туҡтауһыҙ тикшереп тора. Дежурҙа тороп синыфташтарыңа аш-һыу әҙерләү, билдәләнгән бер ваҡытта күмәкләшеп “бер ҡаҙандан” ашау – былар барыһы ла үҙ-ара ярҙамлашыу, аралашыу оҫталығы тупларға, коллективлыҡ рухында тәрбиләнеүгә ярҙам итә, тип иҫәпләй япондар.
– Техника етештереү үҫешкән илдә мәктәп иҙәндәрен робот-машиналар йыуалыр?

– Япония мәктәптәрендә йыйыштырыусылар юҡ. Бар эште балалар үҙ ҡулдары менән башҡара: үҙҙәре синыф, аш-һыу бүлмәһен йыйыштыра, иҙән йыуа, шулай итеп тәртипкә өйрәнә. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү ата-әсәләр тарафынан хуплана.

– “Дәрескә бөгөн дә һуңланың!”, “Тырнағыңды буяп килмә!”, “Телефон менән уйнап ултырма!”, “Тауышланмағыҙ!”... Дәрес барған ваҡытта синыфта уҡытыусының ошондайыраҡ шелтәләүҙәре ишетеләме?

Япондарҙың иң мөһим ҡағиҙәһенә – һәр эштә пунктуаль булырға – бала мәктәп эскәмйәһенән өйрәнә. Уҡыусылар мәктәптә теүәл 8.30-ҙа булырға тейеш. Уҡытыусы ниндәйҙер сәбәп менән дәрескә килә алмай икән, уҡыусылар тауыш-тынһыҙ үҙаллы шөғөлләнә. Дежур уҡытыусы контролдә тотоп, ишекте асып ҡарап китә.

Урта һәм юғары синыфта уҡыусылар өсөн тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы ҡәтғи ҡәғиҙәләр бар: улар мәктәп костюмы кейеп йөрөргә тейеш. Төрлө төҫтәге, стилдәге кейем, буялған сәс, косметика, төрлө биҙәүес әйберҙәр – былар барыһы ла рөхсәт ителмәй. Уҡыусыларға ғашиҡ булып ниндәйҙер мөнәсәбәт булдырыу, осрашып йөрөү – тыйылған. Уҡыуҙан ситкә тайпылмаҫ өсөн мәктәп территорияһында кеҫә телефондары менән файҙаланыу рәхсәт ителмәй.

– Мәктәптәрҙә аҙнаһына нисә көнлөк уҡыу булдырылған?
– Элек Япония мәктәптәрендә бер генә ял көнө булһа, 1992 йылдан хөкүмәт ике көнлөк ял көнө булдырҙы.

Ун һигеҙ йәше тулмаған балалар өсөн 22.00. – комендант сәғәте.

 

–Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Юто. Уҡыуыңда уңыштар теләйем. Киләсәктә журнал биттәрендә тағы ла осрашҡанға тиклем!

 

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әңгәмәләште.

Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Япониялағы тиҫтерҙәрең
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: