+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Октябрь 2021, 18:34

Ә һеҙ белә инегеҙме?!

Билдәле балалар яҙыусыһы Корней Чуковский (1882-1969) БАШҠОРТ телен өйрәнергә тырышҡан. Нисек?

Ә һеҙ белә инегеҙме?!
Ә һеҙ белә инегеҙме?!

Был турала башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Ғәйнан Әмири  (1911-1982 й.й.) һөйләгән:
“1961 йылда мин яҙыусыларҙың Переделкино Ижад йортонда эшләй инем. Бында Корней Чуковскийҙың да дачаһы урынлашҡан ине. Ул унда йыл әйләнәһенә йәшәне. Бер заман миңә яҙыусы Павел Нилин мөрәжәғәт итте:

– һеҙ бит Башҡортостандан?

– Эйе.

– Беләһегеҙме, Корней Чуковский үҙенә башҡорт теленән дәрес биреү өсөн башҡорт яҙыусыһын эҙләй.
Мин, әлбиттә, шатланып, риза булдым.
Икенсе көнө беҙ осраштыҡ.

– Зинһар, мине ғәфү итегеҙ, һеҙҙең ҡәҙерле ваҡытығыҙҙы “урлағаным” өсөн, – тине Корней Чуковский. – Аптырамағыҙ.Ни өсөн мин, етмәһә, ошо йәшемдә! – һеҙҙең телде өйрәнергә тәүәккәлләнем.
– Бер аҙ аптырайым шул, Корней Иванович, – тинем мин.  
– Беләһегеҙме икән, мин бер ни тиклем дәрәжәлә тюркология менән таныш. Әгәр ҙә ниндәйҙер кимәлдә һеҙ мине башҡорт теленә төшөндөрһәгеҙ, мин, бәлки, һүҙлек ярҙамында үҙемдең башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәттәремде лә уҡый алыр инем.

Ҡайтып китер алдынан К.И. Чуковский “Кешеләр һәм китаптар” исемле китабын ошондай яҙма менән миңә бүләк итте:
 “Ҡәҙерле Ғәйнан Ғимазетдин улы Әмириға, уның арҡаһында БАШҠОРТ теленең ниндәй моңло һәм тасуири икәнлеген белдем.” 

Корней Чуковский.

Переделкино.

  3 февраль 1961 йыл”.

Артабан яҙыусыларҙың бәйләнеше өҙөлмәй. Ғәйнан Әмириға яҙған үҙенең һәр хатында К.И. Чуковский башҡорт һүҙҙәрен ҡыҫтырған.


 Зөбәржәт ЯҠУПОВА

Ә һеҙ белә инегеҙме?!
Ә һеҙ белә инегеҙме?!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: