+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Ноябрь 2021, 16:17

Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар

Йәштәр өсөн сиктәр асыҡ, белем алыу, һайлаған һөнәрендә үҙен һынап ҡарау өсөн улар Рәсәйҙең ҙур ҡалаларын, сит илдәрҙе һайлай. 21-се быуатта ошондай миграция күренештәренә ҡаршы тороу мөмкин түгел, кәрәкмәй ҙә.

Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар
Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаты - тап ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплау, халкыбыҙ вәкилдәре ҡайҙа ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, тыуған ерҙәре - Башҡортостан менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу. Урындарҙа эшләп килгән ойошмалар белем кимәле, һөнәри оҫталыҡтары менән тиңдәр араһында тиң булып йәшәгән замандаштарыбыҙға, меңдәр араһында үҙҙәре булып ҡалырға ярҙам итә.

Мәҫәлән, бөгөн Мәскәү башҡорттары тигән төшөнсә бар. (Был һүҙбәйләнеш үҙ эсенә

башҡортостанлылар тигән киң мәғәнәне лә алыуын инҡар итмәйек). Мәскәү башҡорттары тигәндә - алдынғы ҡарашлы  йәштәребеҙ, балаларын саф башҡортса тәрбиәләгән ғаиләләр, үҙ эштәрендә ҡаҙаныштарға ирешкән, әммә көндәлек мәшәҡәттәргә һылтанып, туған тел, тарих, мәҙәниәт төшөнсәләрен инҡар итмәгән рухлы замандаштарыбыҙ күҙ алдына баҫа.

Күптән түгел улар Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса фекер алышыуға тупланды. Заманса бурыс һәм маҡсаттар билдәләнгән документтың нисек тормошҡа ашырылыуы улар өсөн дә мөһим. Халҡыбыҙ заман менән бергә үҫешкәндә генә беҙ көслөбөҙ тигән фекерҙә баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Һан буйынса ла артыуыбыҙ мөһим тип иҫәпләй улар. Һанға килгәндә, ул тап битараф булмауыбыҙға бәйле. Һәр ҡайһыбыҙҙың иҫәпкә инеүе лә башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын билдәләүсе нигеҙ тигән фекерҙә Мәскәү башҡорттары.

- Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – һәр кемдең үҙ иле, республикаһы, халҡы үҫеше өсөн өлөш индереү тип иҫәпләйем, ти – Борай районында тыуып үҫеп, бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән билдәле башҡорт рәссамы Сулпан Билалова. – Беҙ халҡыбыҙҙың күп булыуын күрһәтергә тейеш. Артабан милләт булараҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап үҫешеүебеҙ беҙҙең һанға ла туранан-тура бәйле. Тап бөгөн яуаплылыҡты кемгәлер япһара торған ваҡыт түгел, яуаплылыҡ беҙҙең һәр кемебеҙҙә. Шуға республиканан ситтә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, был кампанияла ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлайбыҙ, шуға ла үҙебеҙ ҙә ҡатнаштыҡ, туған, яҡын, таныштарыбыҙҙы ла ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙыҡ.

Туған телде билдәләү ҙә бик мөһим. Туған телеңде бик яҡшы белеп бөтмәгән осраҡта ла, уны әсә теле, айырым тел булараҡ һаҡлауҙа һәр кемебеҙ яуаплы.

Рәсәй фәндәр академияһының философия институты фәнни хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы Илшат Насыров мин рус мәктәбендә белем алдым, әммә алтынсы кластан башҡорт әҙәби телен үҙаллы өйрәндем. Туған телде белеү мөһим,

бөгөн һәр милләттәшебеҙҙә шундай аныҡ позиция тәрбиәләргә кәрәк тигән фекерҙә.

- Халык иҫәбен алыуға ла һәр башҡорт яуаплы ҡарарға тейеш.

Туған телде ниндәй кимәлдә белеүгә ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ.

Бөгөн мин үҙебеҙҙең йәштәр менан йыш аралашам.Улар көндәлек тормошта рус теле менән аралашҡанда ла, сығыштары менән башҡорт булыуҙарын айырым билдәләйҙәр. Был яҡшы күренеш.

Туған тел булараҡ - әсә телен- башҡорт телен күрһәтеп, башҡорт халҡының төп этник үҙенсәлеген һаҡлайбыҙ,  ти философия фәндәре докторы Илшат Насыров.

Мәскәүҙә үткән сара тағы ла бер асыш менән үҙенсәлекле булды, унда Мәскәү,

Санкт-Петербургтағы абруйлы хәрби оркестрҙары менән етәкселек иткән башҡорт музыканттары ҡатнашты.

Күбебеҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатын тамамлағанбыҙ,

беҙ был күренеш менән бик ғорурбыҙ, ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хәрби дирижер Азат Шаһмөхәмәтов.

Хәрби дирижер, капитан Арслан Рыҫҡолов та уның һүҙҙәрен хуплай.

- Туған халҡыма ихтирам, туған телемә һөйөү тәрбиәләй алғандары өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Ҙур ҡалала йәшәһәм дә онотманым, бөгөн үҙемдең балаларға өйрәтәм, көндәлек тормошта башҡортса аралашабыҙ, ти ул.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙың мөһим икәнен аңлайбыҙ. Тәүге көндә үк анкета тултырҙыҡ, ти ул.

Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар
Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар
Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар
Хәҙерге быуынды - донъя балалары тип атайҙар
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: