+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Ноябрь 2021, 16:05

“А.У.Е.” – ТӨРМӘГӘ ИЛТӘСӘК!

Һуңғы ваҡытта мәктәп егетттәре араһында “А.У.Е”* мәҙәниәте тамыр йәйеп ебәрҙе. Был бик хәүефле күренеш. Был турала алдан иҫкәртеп, аңлыларға ыңғай юл күрһәтеп ебәреү хәйерле...  

“А.У.Е.” – ТӨРМӘГӘ ИЛТӘСӘК!
“А.У.Е.” – ТӨРМӘГӘ ИЛТӘСӘК!

Сер түгел – мин үҙем күптән мәктәп эскәмйәһенән тороп киткән кешемен, әммә заманында мин дә мәктәптә “дуҫтарым” менән үҙемде “дөрөҫ пацан” тип һанап йөрөй торғайным. Йәнәһе лә “пацан”дар тормошта һәр ваҡыт хаҡлы, бер-береһен бәләләрҙә ташламай, улар бер туған ағалы ҡустылар кеүек. Йәнәһе, әгәр берәйһе һине “брат” тип атаһа, тимәк, һин уның өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кеше. Ә ысынбарлыҡ икенселәйерәк шул...

Донъяның ысынында ниндәй икәнлеген ваҡытында аңлап ҡалыу – иң ҙур уңыштарҙың береһе, ә реаль тормош шуны иҫбатлай: бер ниндәй “брат”тар ҙа, “пацан”дар ҙа һеҙгә ысын туғандарығыҙ кеүек яҡын кешеләр түгел. “Пацан төшөнсәләре”, “А.У.Е. төшөнсәләре” – буш һүҙ. Был ялған нәмәләр төрмә лагерҙарында уйлап табылған, әллә нисәмә кешеләр аша “боҙоҡ телефон” уйынындағы кеүек үтеп, мәғәнәһен үҙгәрткән һәм һеҙгә килеп еткән. Бындай һығымталарҙы үҙ күҙҙәрем менән әле генә “брат” та “брат” тиеп ҡосаҡлашып, бер-береһен үбә яҙып тигәндәй ултырған егеттәрҙең ҡанға туҙып һуғышҡанын, бер-нисә секунд эсендә “брат”тарҙан “черт” һәм “пидрило”ларға әүерелгәненән күреп яһаным.

Ысын лагерь зэктары өсөн үҙҙәрен әллә кемгә һанап йөрөгән маңҡа “А.У.Е.”- шниктар ни бары хеҙмәтсе көс булараҡ ҡыҙыҡлы. Сөнки тәүге тапҡыр “зона”ға эләккән, йәнәһе лә “төшөнсәләр буйынса йәшәгән” әҙәмдәр уларҙың күҙе алдында “кеше” түгел. Ысын зэктар араһында “кеше” һаналыр өсөн лагерь һынауҙарын тейешлесә үтергә кәрәк әле...

Ә ябай тормошта “А.У.Е. төшөнсәләре” тик зыян ғына килтерә. Улар ҡәҙимге  “урлашма”, “кешене кәмһетмә”, “туҡмама” кеүек мораль-этик нормаларҙы инҡар итеп, ниндәйҙер “дөрөҫ әйтелмәгән” һүҙҙәргә бәйләнергә рөхсәт бирә. Улар буйынса йәмғиәт төрмәләге кеүек өлөштәргә бүленергә тейеш килеп сыға. Бындай идеялар үҫмерҙәр араһындағы аҙған эскеселек менән ҡатышһа бигерәк тә ҡурҡыныс! Тағы ла бер мәлде күҙ уңынан сығарырға ярамай: “төрмә төшөнсәләре” менән һуғарылған мәҙәниәт, үҫмерҙәрҙең зиһенендә төрмәне язаға тарттырыу урыны кеүек ҡабул итеүҙе юҡҡа сығара. Улар психологик рәүештә “төрмәгә ултырырға” әҙерләнә башлай, сөнки “төшөнсәләр”ҙең мөһим һәм тос өлөшө тап “төрмә хатаһына нисек дөрөҫ инеү”, “нисек урындағыларға сәләм биреү”, “нисек үҙеңә камерала урын һорау”, “кем менән аралашырға ярай, ә кем менән юҡ” кеүек темаларҙы тәшкил итә.

Мәктәп йылдарында үҫмерҙәр психик үҙенсәлектәре арҡаһында йыш ҡына төркөмдәргә өймәкләшеп йөрөй, ә төркөм ул – ҡырағай өйөр тиһәң дә була. Әгәр шул төркөм араһында кемдер “төшөнсәләр буйынса йәшәй” икән, тимәк, башҡалары ла уның артынан эйәрәсәк. Бындай бәйһеҙ эттәр аңһыҙ рәүештә кешеләрҙе талай, туҡмай, көсләй, ә аңдарына ҡайтҡас – үкенә.

“А.У.Е. төшөнсәләре”нә табыныусыларҙың енәйәттәре:

  • Бер төркөм үҫмерҙәр синыфташын “стрелка”ға саҡыра. Ул атаһы менән килә. Шашынған өйөр егеттең үҙен дә, атаһын да үлтергәнсе типкесләй. Мәйеттәрҙең кеҫәләрен тентеп фатирҙарының асҡыстарын ала һәм унда барып бер нимә лә белмәгән әсәһе менән һеңлеһенең дә баштарына етәләр.
  • 43 йәшлек ир кискеһен эштән ҡайтып килгән була. Ҡараңғы тыҡырыҡта уға биш үҫмер ташлана һәм башына бита менән һуғып йыҡҡас өҫтөндә “бейергә” тотоналар. Ир кешенең башын иҙә баҫҡас ҡына былар ҡасып китәләр.
  • Бер төн эсендә үҫмерҙәр өйөрө алты кешене туҡмап талай. Ашығыс ярҙам килгәндә уларҙың барыһы ла ҡанға туҙып ятҡан була, береһе комаға киткән. Үҫмерҙәрҙе тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре тота һәм уларға енәйәт эше асыла.

 

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: