Гимназияның ғорурлығы
Зиннур Исламов – 2021/22 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты
Зиннур Исламов – Борай районы Борай 2-се гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы.
Бер нәмәгә ҡарамай ҡуйған маҡсатына ирешеүсән, эшкә һәләтле егет һоҡланғыс тауыш тембрына эйә. 2018 йылда уҡытыусыһы Илмира Ильяс ҡыҙы Әмировала йыр менән әүҙем шөғөлләнә башлай Зиннур. Әлеге көндә ул Борай Балалар ижад йортоноң вокаль ансамбле солисы.
Вокалдан тыш футбол менән дә яратып шөғөлләнәгән егет спортты, уҡыуҙы, йырҙы барыһын бергә бик оҫта берләштерә.
Кешелекле, ярҙамсыл, башлаған эшен еренә еткереп эшләп, осона алып барып сығара торған ғәҙәте бар. Шуға ла ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙа һәм төрлө сараларҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә иреште:
2018 йылда “Ҡаҙан йәйғоро” балалар һәм үҫмерҙәр ижады Халыҡ-ара фестиваль-конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Өфө ҡалаһы;
2018 йылда “На крыльях таланта” Халыҡ-ара конкурсының П-се Дәрәжә лауреаты. Өфө ҡалаһы.
2019 йылда “Башҡортостан таланттары” Y Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының Ш-сө Дәрәжә лауреаты. Өфө ҡалаһы;
2019 йылда “Яҙғы тамсы” йәш таланттар Республика конкурсының П-се Дәрәжә лауреаты. Дүртөйлө ҡалаһы;
2019 йылда “Поклонимся великим тем годам” LIV Халыҡ-ара интернет-конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты, Мәскәү ҡалаһы;
2019 йылда “Йәйғор” балалар-үҫмерҙәр ижадының Республика конкурсында – Гран-при. Борай районы;
2019 йылда “Турғай-3” Милли телевизион балалар-үҫмерҙәр конкурс-фестивалендә – Гран-при. Өфө ҡалаһы;
2020 йылда “Мәскәү осрашыуҙары” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижадының Асыҡ конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Мәскәү ҡалаһы;
2020 йылда “Апрель” Республика балалар вокал сәнғәте конкурсының П-се Дәрәжә лауреаты. Өфө ҡалаһы;
2020 йылда “Ҡаҙан һөлгөһө” V Халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Ҡаҙан ҡалаһы;
2020 йылда “Векториада – 2020” Бөтә Рәсәй дистанцион ситтән тороп конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Һарытау (Саратов) ҡалаһы;
2020 йылда “Тыуған ил батырҙарына дан!” Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсыннда – Гран-при;
2021 йылда VIII “Уңыш тулҡынында” Ҡышҡы Бөтә Рәсәй сәнғәт олимпиадаһында 1-се Дәрәжә лауреат. Ҡырым республикаһы;
2021йылда VIII “Уңыш тулҡынында” Ҡышҡы Бөтә Рәсәй сәнғәт олимпиадаһында юғары башҡарыу оҫталығы өсөн махсус диплом. Ҡырым республикаһы;
2021 йылда «Voice Land 2021» I Халыҡ-ара вокал-хор сәнғәте конкурсында – Гран-при. Нур-Солтан ҡалаһы;
2021 йылда III балалар, үҫмерҙәр, ололар ижады Халыҡ-ара конкурсының П-се Дәрәжә лауреаты. Һамар ҡалаһы;
2021 йылда “Һандуғас” VIII йырсыларҙың Халыҡ-ара конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Ҡаҙан ҡалаһы;
2021 йылда “Сулпылар” Республика телевизион конкурсының 1-се Дәрәжә лауреаты. Өфө ҡалаһы.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.