+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Март 2022, 10:46

Быйыл ата-әсәләр йәйге лагерҙың хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала - балалар ялы өсөн кешбэк эшләй!

Ата-әсәләр нимә белергә тейеш? Баланың ялын ойошторор өсөн лагерь мирпутешествий.рф сайтының "Балалар лагерҙары" бүлегендә булырға һәм туристик кешбэк программаһында ҡатнашырға тейеш.

Быйыл ата-әсәләр йәйге лагерҙың хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала - балалар ялы өсөн кешбэк эшләй!
Быйыл ата-әсәләр йәйге лагерҙың хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала - балалар ялы өсөн кешбэк эшләй!

Юлламаны "Мир" картаһы менән түләргә кәрәк. Уның аша кешбэк 5 көн килә.

Күп балалы ғаиләләр һәр һатып алынған путевканан кешбэк алыу мөмкинлегенә эйә, әммә уларҙы айырым һатып алырға кәрәк.

Башҡортостан халҡы өсөн республика лагерҙарына компенсациялау буйынса льготалар һаҡлана. Путевкаларҙың хаҡынан 30% кире ҡайтарыла - 5 934 һум 60 тин.

Тулыраҡ мәғлүмәт - карточкаларҙа

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: