-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Апрель 2022, 12:47

Ә һин юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Балалар, ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотһағыҙ, юлда имен-аман буласаҡһығыҙ.

Ә һин юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Ә һин юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
  1. Фәҡәт тротуар буйлап ҡына бар һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.
  2. Юл аша тейешле урындан ғына сыҡ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлама.
  3. Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡыҙыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.
  4. Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машинаның яңылыш тротуарға менеп китеүе мөмкин.
  5. Йәшел ут яныу менән юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобилдең туҡтап өлгөрмәүе ихтимал. Шуға күрә әҙерәк көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдарҙың да туҡтағанына ышан, шунан ғына сыҡ.
  6. Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырыш, бергә барғанда күпкә хәүефһеҙерәк.
  7. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
  8. Йәмәғәт транспортында барғанда, ишеккә һөйәлмә, сөнки уның асылып китеүе ихтимал.
  9. Әгәр эйәһеҙ ҡалған сумка, пакет, йәиһә башҡа әйберҙәр күрһәң, уға теймә, ә был хаҡта транспорт йөрөтөүсегә хәбәр ит.
  10. Етеп килгән транспорт алдына сыҡмаҫҡа.

Уҡыусылар, юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеү генә етәме? Юҡ. Уларҙы дөрөҫ итеп үтәү ҙә бик мөһим, шулай бит? Һеҙ урамға сығыу менән юл хәрәкәтенең ҡатнашыусыһы булып һаналаһығыҙ. Юлда һеҙҙе төрлө хәүеф көтөп тора, шуға күрә ошо беҙ яҙып үткән ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотоп, үҙегеҙҙе лә тәртипле тотһағыҙ барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Сәлимә апайығыҙ.

 

 

Әйҙәгеҙ әле ошо ябай ғына

тестарҙы ла эшләп үтәйек: яуаптарын комментарий аҫтына яҙығыҙ.

1.Йәйәүлеләр өсөн “зебра” ҡуйылмаһа, ҡайҙан юл аша сығырға мөмкин?

А. Боролошта

Б. Юлдың ике яғы ла һәйбәт күренгән урында

В. Машина әүҙем хәрәкәт иткән урында

 

  1. Хәүефһеҙлек утрауы нимә ул?

А. Юл уртаһында туҡтай торған урын.

Б. Йорт.

В. Тротуар.

 

  1. Автобусҡа ултырған кеше ул?

А. Шофер

Б. Ҡуян

В. Пассажир.

 

  1. Юлды сыҡҡанда тәүҙә ҡайҙа ҡарар кәрәк?

А. Һулға

Б. Уңға

В. Алға.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: