-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Май 2022, 04:45

19 май Пионер ойошмаһына – 100 йыл!

1922 йылда илебеҙҙә пионер ойошмаһы төҙөлә. “Пионер” һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар. Пионер - француз теленән тәржемә иткәндә “башлаусы”, “иң алдынғы” тигәнде аңлата. Пионер ул - пионер ойошмаһының ағзаһы.

19 май Пионер ойошмаһына –  100 йыл!
19 май Пионер ойошмаһына – 100 йыл!

1922 йылда илебеҙҙә пионер ойошмаһы төҙөлә. 19 май Пионер ойошмаһына –  100 йыл!

  “Пионер” һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар. Пионер - француз теленән тәржемә иткәндә “башлаусы”, “иң алдынғы” тигәнде аңлата. Пионер ул - пионер ойошмаһының ағзаһы.

   Пионерға инеү һәр кемдең теләгенә ҡарап башҡарылған. Ҡағиҙәгә ярашлы, 9 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар ингән. Иң беренсе сиратта уҡыу алдынғылары, активистар пионерға алынған.

 

   Пионерҙарҙың атрибуттары ла булған. Пионер галстугы – ҡыҙыл төҫтәге муйынға бәйләй торған косынка. Галстуктың өс мөйөшө 3 быуындың – комунист, комсомол һәм пионерҙың, айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата. Һәр бер пионер галстук, значок тағып йөрөргә тейеш булған. Мәктәпкә галстукһыҙ килеү оят һаналған.

   Артабанғы атрибут- пионер салюты. “ Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер”, -тип яуап биргән.

   Пионерҙарҙың үҙ формаһы ла булған: өҫ яғы аҡ, аҫты күк.

   Сафҡа алынған саҡта тантаналы рәүештә пионер антын  ятлағандар.

   Ҡағиҙә, закондары түбәндәгесә яңғыраған:

Пионер –ышаныслы дуҫ, өлкәндәрҙе ихтирам итә, кескәйҙәргә өлгө, һәр эшен намыҫ менән башҡара. Тәртипле, дөрөҫлөк яҡлаусы эшһөйәр һәм һаҡсыл

 

   Пионер тормошон ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн төрлө сараларҙа ҡатнашҡан: концерттар, спорт ярыштары, походтар һ.б.

   Ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылған:

-макулатура, тимер һыныҡтары йыйылған,

- оло кешеләргә ярҙам иткәндәр,

- хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән.

Ғөмүмән, пионерҙар һәр ваҡыт файҙалы эш менән мәшғүл булған.

Пионерҙар колхоз эшендә бик әүҙем ҡатнашҡан. Йәй көндәре иген утағандар, бесән әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткәндәр, һабан башына сыҡҡандар, ат көткәндәр, молотилка менән иген һуҡтырғандар.

   Пионерҙар һәр ваҡыт эштең ҡыҙыу ерендә, уртаһында булырға тырыша. Колхозға үҙҙәренең ҡул көсө менән бик күп ярҙам күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, пионерҙар халыҡҡа концерттар әҙерләп күрһәтергә лә, төрлө агитация эштәре алып барырға ла өлгөргәндәр.

      Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдарҙа ла пионерҙар сафына алыу дауам итә.

   Илебеҙ өсөн иң ауыр булған көндәрҙә лә пионерҙар һынатмай. Улар уҡырға ла, ололар менән бер рәттән колхозда эшләргә лә өлгөрәләр: ер һөрәләр, иген игәләр, бесән эшләйҙәр. Көҙ көндәре баҫыуҙа ҡалған игенде бөртөкләп сүпләп, колхоз келәтенә тапшыралар. Бигерәк тә иген утауҙа пионерҙарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур була. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән ерҙәге билсән һәм башҡа ҡый үләнде ҡулдары менән йолҡоп таҙарталар.

Бик күп пионерҙар һуғыш яланында, партизан отрядтарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Кескәй генә пионерҙар, йә партизан отрядтарында, хатта регуляр армияла ла ҡатнашалар.

   Леня Голиков

Лукино тигән ауылда үҫә ул. Ауылды дошмандар баҫып алғас, Леня партизандар отрядына ҡушыла. Разведкаға йөрөй, файҙалы мәғлүмәттәр алып килә. Бер ваҡыт ул юлда немец машинаһын күреп ҡала һәм уға граната ташлай. Машинанан немец генералы ҙур портфель менән килеп сыға ла ҡаса башлай. Леня уның артынан төшә. 1 саҡырым тирәһе уның артынан бер тотам ҡалмай йүгерә. Һәм Леня уны юҡ итеп портфелен партизан отрядына алып килә. Портфелдә бик мөһим документтар булған була. Хатта был документтарҙы генерал штабына-Мәскәүгә ебәрәләр. Ләкин күп тә үтмәй фашистар менән бер алышта Леня һәләк була. Һәм 1944 йылдың 2 апрелендә Леня Голиковҡа Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

Зина Портнова

Зина  каникулда булғанда һуғыш башланып китә. “Юные мстители” исемле йәшерен ойошмаға ҡабул ителә. Улар фашистарға ҡаршы өндәгән листовкалар тарата, төрлө диверсиялар эшләй. Бер көндә фашистар Зинаны тотоп ала һәм йәшерен ойошманың етәкселәрен белер өсөн язалай башлайҙар. Зина бер  нәмә лә әйтмәй. Фашистар унан бер нисек тә әйттерә алмағас Зинаны үлтерәләр. Уның батырлығын Тыуған иле онотмай - Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

Марат Казей

Марат әсәһе менән йәшәгән ауылды ла фашистар баҫып ала. Көҙ еткәс Марат мәктәпкә 5 синыфҡа уҡырға бара алмай, мәктәпте фашист илбаҫарҙары үҙҙәренең өйө итеп ала. Марат партизандар отрядына китә. Уны разведчик  итеп ҡуялар. Фашистар менән ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бер көндө фашистар менән алышта ул һәләк булып ҡала.  Марат һуңғы патроны бөткәнсе атыша. Ә һуңғы гранатаһы ҡалғас,  немец фашистарын яҡыныраҡ үҙе эргәһенә ебәрә лә уларҙы ла, үҙен дә шартлата. Ошо батырлығы өсөн  Марат Казейға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.  Минск ҡалаһында уға арнап, һәйкәл дә ҡуйылған.

Валя Котик

Ул йәшәгән ауылға фашистар килгәс, Валя иптәштәре менән фашистарға ҡаршы көрәшә башлай. Валяны элемтәсе һәм разведчик итеп һайлап ҡуялар. Валя партизандар менән бәйләнеш тә булдыра. 14 йәшлек кенә малай өлкәндәр менән бер рәттә һуғыша. Ул 6 дошман эшелонын шартлата, Гитлер офицерын да юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн “Ватан һуғышы партизаны” тигән миҙал, орден менән бүләкләнә, ә фашистар менән тиңһеҙ алышта һәләк булғас , Валя Котикка Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

   Ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 100-ләгән пионер “Бөйөк Ватан һуғышы партизаны” миҙалы, 15 000 – “За оборону Ленинграда” миҙалы, 20 000 пионерға “ За оборону Москвы” миҙалы менән бүләкләнә. Ә 4 пионерға- Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

 

   Йылдар үтә. Әммә Пионер ойошмаһы оло быуын кешеләренең һәр саҡ йөрәгендә йылы хәтирәләр булып, әле лә һаҡлана.  Ни тиһәң дә, берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимур командаһы рәйесе булған бит.

 

19 май Пионер ойошмаһына –  100 йыл!
19 май Пионер ойошмаһына –  100 йыл!
19 май Пионер ойошмаһына – 100 йыл!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: