+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июнь 2022, 14:09

Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.

Уҡыусы балалар Флүрә Мурзина кеүек шәп, сағыу дикторҙар, билдәле, күп тәжрибә туплаған журналистар, хәбәрселәр менән аралашып, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Хатта "Яңылыҡтар" студияһында, алып барыусыларҙың креслоһына ултырып, улар ролендә алып барыусылар булып, "Янылыҡтар " тапшырыуы үткәреп тә ҡаранылар.

Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.

#ҡоролтай #Медиайыйын2022 #СМИ #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #Культура #История #БашкирскийЯзык #Медиайыйын #СМИ #РБ #Торатау

 

Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.

7 июнь көнө Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнашлығындағы, бөтөн республиканың район-ҡалаларынан 600 делегатты үҙенә йыйған " Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында" исеме менән "Медиайыйын-2022" икенсе республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары форумы үтте. Был мәртәбәле йыйында 600 делегат араһында үҙебеҙҙең Бөрйән районынан "Таң" гәзите директоры - баш мөхәррире Рушан Шамил улы Байымовтың, гәзитебеҙҙең ялҡынлы журналисы Әлфинә Юлсуринаның , Мәһәҙей мәктәбенән алдынғы һәм әүҙем уҡыусы, "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе , 7-се синыфтан уҡыусым Рәсилә Ғарифуллина менән үҙемдең ҡатнашыуым, әсәһе оҙатыуында Йылайыр районының Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, бик әҙерлекле буласаҡ журналист Зарема Таһированың ҡатнашыуы, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Делегаттар араһында шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә булыуы ҡыуаныслы ине. Беҙгә билдәле блогерҙарҙан "Башҡорт хужабикәһе" - Миләүшәне, күренекле бөрйәндәребеҙ - Алтынай Вәлитовты, Алмаз Ҡарағоловтарҙы күреү бәхете лә тәтене. Ә инде ошо форумда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Шәкир ҡыҙы Шәйхетдинова -Салауатова , Венер Илгиз улы Фәйзуллин кеүек районыбыҙҙан сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы, телерадиокампания журналистарын, алып барыусыларын, делегаттар араһында Өфөлә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, йәш ижадсылар: Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының йәш ижадсылары, талантлы уҡыусылары Баязет Шәйхетдинов, Азамат Хисмәтуллиндар кеүек рухлы йәштәребеҙҙе осратыу онотолмаҫ шатлыҡлы мәлдәр булып хәтеребеҙҙә ҡалды, күңелебеҙ түрендә йылы хис-тойғолар ғына уятты.
Форум делегаттарын, ҡунаҡтарын , журналистарҙы, йәш хәбәрселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ихлас тәбрикләне. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты , Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, "RussiaToday" телеканалының генераль директоры Алексей Николовтар, күренекле телевизион "Байыҡ" бейеү конкурсына нигеҙ һалыусы , алыштырғыһыҙ алып барыусы, "Башҡортостан" телерадиокампанияһы журналисы Рита Өмөтбаева, уҡыусы - йәш хәбәрсе-ижадсыларыбыҙҙың иңдәренә ҡанат ҡуйып, һәр саҡ ижадҡа дәртләндереүсе, йыйында ҡатнашыуға этәргес биреүсе сағыу журналистар "Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин, ошо яратҡан "Аманат" журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе, күп һанлы йәш хәбәрселәр үҫтереүсе, йәш хәбәрселәр менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булған, ошо олуғ медиайыйында беҙҙе ҡатнаштырыусы Зөбәржәт Мәүләмбирҙе ҡыҙы Яҡупова, кураторыбыҙ, беҙҙе Конгресс-холда киң күңел менән ҡаршы алып, күҙ яҙҙырмай ҡурсалап, оҙатып йөрөүсе Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов менән осрашыу уҡыусылар, йәш хәбәрселәр, йәш таланттар, ошо балаларҙың таланттарын үҫтереүсе уҡытыусылар өсөн бик матур, файҙалы булды.
Йәш хәбәрсе - ижадсыларға "Торатау" Конгресс-холы, форумдың сағыу фотолар, китаптар күргәҙмәләре, эш барышы үҙенсәлектәре, ҡунаҡ делегаттар менән таныштырыу, аралашыу маҡсатында бик тә үҙенсәлекле сәйәхәт- дәрестәр, әңгәмәләр үткәреүҙәре бик тә оҡшаны. Ил-йортобоҙҙа нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың сағыу күргәҙмәһе һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Һәр кем, әлбиттә, был сарала иҫтәлеккә сағыу фотозоналарҙа фотоға төшөүҙе лә күҙ уңында тотоп, уңайлы мәлде файҙаланды. Киң күңелле Башҡортостаныбыҙ башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров йәш ижадсыларға, бөтөн делегаттарға, ҡунаҡтарға ваҡытын бүлеп, һәр кем менән ихлас аралашып, иҫтәлеккә фотоға төштө. Урынлы ғына мәлдә иҫтәлеккә фотоға төшә белеү һәләте лә ижади эшмәкәрлектең иң юғары һыҙаттарының береһе. Был тәңгәлдә йәш хәбәрсе- ижадсыларыбыҙҙың маҡтауға лайыҡ икәнлектәрен билдәләп үткем килә. Ә ижад кешеһенә был иң кәрәклеһе, минеңсә. Афариндар!
Был йыйында бөтөнөһө 8 эшлекле секция эшләне.
Медиайыйында ҡатнашыусы йәш хәбәрсе -ижадсылар теле-радиожурналистарҙың эш нескәлектәре менән танышып, "Башҡортостан" телеүҙәгенә сәйәхәт иттеләр. Гримерканы ҡаранылар, яңылыҡтар студияһында, радиостудияла ла булдылар. "Балалар журналистикаһы/ Өлкәнең киләсәге" секцияһында медиатренер, копирайтинг курсы авторы, блогер Ольга Владимир ҡыҙы Маловица "Нимә ул сторителлинг? Сторителлинг форматында тексты нисек яҙырға?" темаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Бик күп мәғлүмәтле оҫталыҡ дәресенән балалар ҡәнәғәт ҡалды. Унан һуң төрлө телерадиоканалдарға үҙҙәренең журналистика, киң мәғлүмәт саралары һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары, ысын күңелдән был һөнәрҙе яратыуҙары, мотлаҡ киләсәктә ошо юлдан барасаҡтары хаҡында ҡыуаныстар менән тулы интервью бирҙеләр.
Уҡыусы балалар Флүрә Мурзина кеүек шәп, сағыу дикторҙар, билдәле, күп тәжрибә туплаған журналистар, хәбәрселәр менән аралашып, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Хатта "Яңылыҡтар" студияһында, алып барыусыларҙың креслоһына ултырып, улар ролендә алып барыусылар булып, "Янылыҡтар " тапшырыуы үткәреп тә ҡаранылар.
"Рәсәй" телеканалында булыу ныҡ оҡшаны. "Яңылыҡтар" тапшырыуының нисек эфирға сығарылыуын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе балалар. Был йүнәлештә әҙ генә ваҡыт эсендә уҡыусылар ҙа, үҙебеҙ ҙә күп кенә яңылыҡтар алдыҡ, эш нескәлектәре менән таныштыҡ, был өлкәләге һөнәр буйынса күп кенә нәмәләргә өйрәндек. Социаль селтәрҙә эшләү серҙәре, әүҙемлек, мәғлүмәт алыу оҫталығы, мәғлүмәттең дөрөҫ булыуына инаныу, ялған мәғлүмәттәргә юл ҡуймау тураһында ла белдек.
Телеүҙәктә эшләүселәргә рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләп, һаубуллашҡан мәлдә, йәнә иҫтәлеккә фотоларға төштөк. Улар ҙа уңыштар теләп, киләсәктә уҡыусыларыбыҙҙы телеүҙәккә эшкә саҡырып, изге теләктәр теләне.
Балаларҙы ҙурлап, төшкө аш табыны Конгресс-холда ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Владимир улы Ульчев менән түңәрәк өҫтәлле табын янында балалар, уҡытыусылар менән бик тә фәһемле осрашыу булды. Ул үҙенең тормош юлын бәйән итеп, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Йәш хәбәрселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған нисек министр булырға, журналистарҙың эш хаҡы күпме һ.б. һорауҙарға яуаптар алды. Унан һуң Максим Владимир улы балаларға ла, уҡытыусы-етәкселәргә лә иҫтәлеккә бүләк итеп мобиль телефон өсөн тышҡы аккумулятор, блокнот, ручка тапшырҙы.
Мәртәбәле йыйын йәш хәбәрсе -ижадсы таланттар өсөн киләсәккә һөнәр һайлау, уларҙың уҡытыусылары өсөн һөнәргә йүнәлеш биреү тәңгәлендә старт булырына шик юҡ. Йәш хәбәрсе- ижадсы, талантлы уҡыусыларыбыҙ менән сикһеҙ бай мәғлүмәт , белем туплап, ҡарап, күреп, өйрәнеп, яңы дуҫтар табып, ҡанатланып, шатлыҡтарыбыҙға тулышып, таралыштыҡ .
"Аманат" журналы менән тәрән хеҙмәттәшлек иткән йәш хәбәрселәр Бөрйәндән Рәсилә Ғарифуллина, Йылайырҙан Зарема Таһировалар, был олуғ сараны күреп, журналист һөнәре менән яҡындан танышып, киләсәктә ғүмерҙәрен журналистика һөнәре менән бәйләрҙәренә ышанысым ҙур. Йәш хәбәрселәргә йүнәлеш биреүсе бындай форумдар, әлбиттә, киләсәктә күп уҡыусыларға дөрөҫ һөнәр һайлауға дөрөҫ юл күрһәтер әле. Быға иманым камил.
Форумды ойоштороусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, һәр яҡтан ярҙам итеп, йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалыусы етәкселәргә, бөтөн ойоштороусыларға, беҙгә техника бүлеп, фатиха биреп, оҙатып ҡалған Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңнеәхмәт улы Манаповҡа, Бөрйән районы мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдиновҡа, беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, ел -ямғыр тейҙермәй, тимер атында Өфөгә алып барып ҡайтыусы изге күңелле районыбыҙҙың "Таң" гәзите директор- баш мөхәррире Рушан Шамил улы Байымовҡа бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Сәйҙә Сәйәхова,

Бөрйән районының Мәһәҙей  мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы.

Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Медиайыйындан тәжрибә туплап ҡайттыҡ.
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: