-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Сентябрь 2022, 12:46

Сочиҙа "Бөтә Рәсәй" форумы бара

Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән меңдән ашыу журналист йыйылған, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан, Херсон өлкәһенән, Һиндостандан һәм Сербиянан да вәкилдәр бар.  Башҡортостан делегацияһы был форумда ҡатнаша

Сочиҙа "Бөтә Рәсәй" форумы бара
Сочиҙа "Бөтә Рәсәй" форумы бара

Башҡортостан делегацияһы журналистарҙың Сочиҙағы "Бөтә Рәсәй" форумында ҡатнаша

Быйыл илдең киң мәғлүмәт сараларының ҙур форумы Сочи ҡалаһында 22 сентябрҙән 28-енә тиклем дауам итәсәк. Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән унда меңдән ашыу журналист йыйылған, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан, Херсон өлкәһенән, Һиндостандан һәм Сербиянан вәкилдәр бар. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре – “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто һәм “Башинформ” агентлығы журналистары ла оло йыйында ҡатнаша.

Сарала ҡатнашыусылар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыша, донъялағы мәғлүмәт һуғышы, төбәк журналистикаһы үҫеше стандарттары һәм йүнәлештәре, хәрби хәбәрселәр эше һәм башҡа һорауҙар күтәрелә. Форум барышында танылған журналистар, медиа эксперттары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Башҡортостан Республикаһы стендының презентацияһы үтте.

25 сентябрҙә Башҡортостан Журналистар союзының презентацияһы үтәсәк. “Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары – Донбасс балалары” тип атала ул.  Ошо уҡ көндә Башҡортостан Журналистар союзы менән Донецк Халыҡ Республикаһының Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2022-09-23/delegatsiya-bashkirii-prinimaet-uchastie-v-xxvi-forume-sovremennoy-zhurnalistiki-vsya-rossiya-2022-2962730

 

Автор:Дина Арсланова

https://vk.com/gazetabashkortostan

 

Сочиҙа "Бөтә Рәсәй" форумы бара
Сочиҙа "Бөтә Рәсәй" форумы бара
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: